Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Октябрь 2020, 14:25

Алма менән грушаға бәшмәк төшһә...

Ғәҙәттә, ағас яҙғыһын былтырғы емеш ҡалдыҡтары, зарарланған япраҡтар аша ауырып китеүе ихтимал. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҙғы һауа торошо емеш ағастарының был патоген менән зарарланыуы өсөн шарттар тыуҙыра.

Ғәҙәттә, ағас яҙғыһын былтырғы емеш ҡалдыҡтары, зарарланған япраҡтар аша ауырып китеүе ихтимал. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҙғы һауа торошо емеш ағастарының был патоген менән зарарланыуы өсөн шарттар тыуҙыра.

Баҡсаны әлеге ауырыуҙан нисек һаҡларға һуң? Тәү сиратта бөтә кипкән ботаҡтарҙы киҫергә, ағас аҫтынан былтырғы үлән һәм емештәрҙе алып ҡуйырға кәрәк. Әгәр ағас зарарланды икән, фунгицидтар ҡулланмайынса ауырыуҙы еңеп булмай.

Бер процентлы баҡыр купоросын һәм 100 грамм бордосс ҡушымтаһын 10 литр һыу менән болғатып, ағастарға һиптерергә кәрәк. Эшкәртеүҙе йә иртән, йә кисен ел тымғас башҡарырға кәңәш ителә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: