Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Октябрь 2020, 11:49

Яҡташыбыҙ хеҙмәте баһаланды

Республика көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төрлө структураларҙа эшләүсе бер төркөм алдынғы етәкселәргә һәм хеҙмәткәрҙәргә наградалар тапшырҙы.

Республика көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төрлө структураларҙа эшләүсе бер төркөм алдынғы етәкселәргә һәм хеҙмәткәрҙәргә наградалар тапшырҙы.
Бүләкләнеүселәр араһында РФ Пенсия фондының Ишембай районы һәм Ишембай ҡалаһындағы идаралығы дәүләт учреждениеһы начальнигы Илдар Зөлҡәрнәев та бар. Радий Фәрит улы уға Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһын тапшырҙы. “Һеҙҙең һәр берегеҙ – Башҡортостан ғорурлығы”, - тине республика Башлығы бүләкләнеүселәрҙе тәбрикләп.
Фото: Башинформ
Читайте нас: