Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Октябрь 2020, 11:23

Смаҡайҙың аҫыл ҡыҙы

Бынан 75 йыл элек 14 октябрҙә Смаҡай ауылында ҡыҙ бала донъяға килә. Үҙен яҡындары «йәннәт баҡсаһы» мәғәнәһен биргән Фирҙәүес исеме менән нарыҡлағанда ниҙәр кисерҙе икән сабый? Хәйер, беҙгә бөгөн яҡташыбыҙ – билдәле шағирә, Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Татарстан Республикаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Фирҙәүес Бәширова менән бала саҡ иҫтәлектәрен яңыртырға форсат та сығып тора. Бөгөн Фирҙәүес Тимербулат ҡыҙы оло юбилейын ҡаршылай.

Бынан 75 йыл элек 14 октябрҙә Смаҡай ауылында ҡыҙ бала донъяға килә. Үҙен яҡындары «йәннәт баҡсаһы» мәғәнәһен биргән Фирҙәүес исеме менән нарыҡлағанда ниҙәр кисерҙе икән сабый? Хәйер, беҙгә бөгөн яҡташыбыҙ – билдәле шағирә, Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Татарстан Республикаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Фирҙәүес Бәширова менән бала саҡ иҫтәлектәрен яңыртырға форсат та сығып тора. Бөгөн Фирҙәүес Тимербулат ҡыҙы оло юбилейын ҡаршылай.
- Фирҙәүес апай, бай йөкмәткеле тормош юлығыҙҙа ниндәй генә вазифа биләүгә ҡарамаҫтан, төп эшмәкәрлегегеҙ булып һәр саҡ башҡорт мәҙәниәтен пропагандалау тора. Ошо асылығыҙҙың инеше ҡайҙан башлана?
- Биш йәшкә тиклем Смаҡай ауылында Нәфисә өләсәйем ҡарамағында үҫтем, тәрбиәләндем. Зур булмаған бүрәнә өйөбөҙҙә Солтан Мәхмүтов, уның ҡатыны Миниса һәм ҡыҙҙары Баныу апай менән бер туғандар кеүек ғәләмәт татыу ғаиләлә әүәләндем. Солтан Мәхмүтов (мин уға, Мәхмүт олатай, тип өндәшә инем), туған Нәзмитдин олатайым үлеп ҡалғас, Нәфисә өләсәйемде ҡатынлыҡҡа алған булған. Ә бер нисә йылдан йәшерәк ҡатынға – Минисаға (Миниса өләсәй) өйләнгән.
Өләсәйем янына Ғәтиә, Ғәрифә, Шәрифә, Сәбилә һәм башҡа инәйҙәрҙең йыш килеүен иҫләйем. Күрәһең, мин уларҙың сәй артында һөйләшкәндәрен тыңлап, араларында буталып йөрөгәнмендер инде. Ғиниәт, Әмирхан бабайҙарҙың йылы ҡараштары ла күңелгә һеңеп ҡалған. Шуға ла улар миңә һаман яҡын, исемдәре лә иҫемдән сыҡмай.
Тыуған ауылымдың йәйғе ҡояшта ҡайнарланып, эҫе бөркөп ятҡан урам юлының ҡара тупрағы йомшаҡлығын табандарым әле булһа һаҡлай. Тар тыҡрыҡтың ике ситен баҫып ултырған кесерткән урманын үтеп йылғаға төшкәндә аңҡыған дымлы үлән еҫе һаман танһыҡ. Тыуған ауылым менән бәйле ошондай хис-тойғоларҙың иҫәбе юҡ. Улар –ғүмеремдең, донъяға, кешегә ҡарата мөнәсәбәттәремдең нигеҙе. Баланың киләсәгенә, холҡона нигеҙ биш йәшкә тиклем һалына, ошо нигеҙ артабан ваҡыт талаптарын аңлауҙы еңеләйтә.
Смаҡай боронғо башҡорт ауылы булараҡ, ҡанымда ғына түгел, аңымда ла мине уратып алған тирә-яҡ мөхит, кешеләр, әкиәттәр, көймоңдар аша үҙ халҡыма һөйөүҙе нығытҡан. Шуғалыр тим, үҙ ғүмеремдә бер тапҡыр ҙа башҡортлоғомдан кәмһенгәнем булманы, был уй башыма ла килмәне. Киреһенсә, ниндәйҙер үжәт бер хис, көс халҡымдың башҡа милләт халыҡтарынан һис тә кәм түгеллеген, уның күңеленең сафлығы һәм эскерһеҙлеге, мәҙәниәтенең сағыулығы һәм тиңһеҙлеге кеүек сифаттарын иҫбатларға юлдар асты.
Хоҙай һәр әҙәмде, һәр халыҡты тигеҙ итеп яратҡан. Милләт булып берләшкәнбеҙ икән, тимәк, ойоштороу һәләтенә эйә көслө рухлы, изге йәнле, донъяны аңларлыҡ Башҡорт, Смаҡай, Мортаза бабайҙарыбыҙ кеүек шәхестәр тыуҙырған, үҫтергән, үҫтереп тора халҡыбыҙ. Башҡортостан Автономияһының 100 йыллығына йөҙ шәхес акцияһын 1000 шәхес тиһәк тә, арҙаҡлыларыбыҙҙы барлап бөтөрөп булмаҫ ине. Ә бөгөнгө көндә күпме улар! Ҡәҙерҙәрен генә белеү зарур. Ваҡланмайыҡ! Илебеҙҙе, халҡыбыҙҙы, ауылдарыбыҙҙы һаҡлайыҡ, уйлап эш итәйек.
- Бер әҫәрегеҙҙә: «Мин моң булып түгеләм дә, күңелдәр эҙләп ағам», - тигән шиғри юлдарға тап булдым. Бөгөн ошо «күңел»дәргә ни тип өндәшер инегеҙ?
- Башҡорт илендә бөгөн дә күңелдәрҙе ҡурай моңо имләй, ҡояшы иркәләй, халыҡтың йомшаҡ һөйләше арбай, егеттәребеҙҙең ҡыйыулығы һоҡландыра, ҡыҙҙарыбыҙҙың һомғоллоғо иҫтән яҙҙыра. Шуға ла һәр башҡорттоң йәне шиғри – яҙһа ла, яҙмаһа ла. Әлбиттә, бөгөнгө глобализацияның, техноген үҫештең башҡорттоң хыялый, шиғри күңеленә тәьҫире трактор менән тапап үтеүгә тиң. Быны аңлаған оло быуын әһелдәре, ауылыбыҙға туристар ағымы кәрәкмәй, тәбиғәтте, беҙҙе бысраталар, тип оран һалыусылар, сабыйҙарының саф, шиғри күңелдәрен һаҡларға тырышыусылар бар әле. Ошо күренештәрҙе уйлап хафаланғас, моңланып ҡына ижад итеп булмай шул:
Мин саң һуғам: етеҙ ғәмәл ҡыл да
Байлығыңды бирмә яттарға!
Мин саң һуғам бөгөн, моңло
халҡым,
Үҙ бабаңды,
Үҙ балаңды,
Үҙ даныңды
Алтын бөртөгөләй һаҡларға! - тип яҙмайынса булдыра алмайым.
- Борис Слуцкий бер шиғырында физиктар менән лириктарҙың «Комсомольская правда» гәзите биттәрендә дауам иткән ҡыҙыу бәхәсен һүрәтләгән. Ә һеҙҙең эске донъяғыҙҙа физик менән лирик уртаҡ тел табып йәшәй – быны нисек аңлатырға?
- 1-се класты мин Иҫке Ишембай ауылындағы мәктәптә Абдулла Афзал улында уҡыным. Ғаиләбеҙ Ирек ауылына күскәс, Нәжиә Фәйзи ҡыҙы Ғимаҙиева бик төплө башланғыс белем бирҙе. 5-се кластан Ишембай ҡалаһының 3-сө башҡорт мәктәбенә уҡырға килеп, ул артабан 2-се һанлы башҡорт интернат-мәктәбе булып китте, ошо данлы уҡыу йорто аттестатын алып сыҡтым. Мәктәпкә тәүҙә йәйәү, һуңыраҡ автобуста 3 тин түләп йөрөнөк. Яратҡан фәндәрем математика, физика, әҙәбиәт булды. Физика уҡытыусыһы Зәйнәп Ғәфүр ҡыҙы Ваһапованың фәнде ябай ғына, тормошҡа яҡынайтып аңлата белеүе, күрәһең, тәбиғәтте, унда барған үҙгәреш-хәлдәрҙе аңларға тырышыуым менән тап килгәндер. Физика – ул тәбиғәтте, уның хәрәкәтен, ҡанундарын өйрәтеүсе тормошсан фән. Физик закондарҙы белеү донъяны, Йыһанда Еребеҙҙең урынын, эволюцияһын аңларға, тәбиғәт менән кеше мөнәсәбәттәренең һөҙөмтәһен фаразларға ярҙам итә. Ғөмүмән, мин һәр саҡ ниндәйҙер хәл тураһында ситтәнерәк тороп уйларға яратам. Был тормошта барған күренештәрҙең дә сәбәп-һөҙөмтәләрен дөрөҫ баһаларға ярҙам иткән кеүек, шиғри юлдарҙа ла тасуирлауҙың тәбиғәт ҡанундарына ҡаршы килмәүенә юл аса. Физика фәнен үҙ иткәнгә күрә хеҙмәт юлымды тап ошо предмет буйынса уҡытыусы булып башланым. Күңелемә лириканың да, физиканың да яҡын булыуы тормошта үҙемде төрлө йүнәлештәрҙә һәм эштәрҙә һынап ҡарар өсөн этәргес булды. Татарстан Республикаһы Президенты аппаратында оҙаҡ йылдар халыҡ-ара мөнәсәбәттәр буйынса референт, республиканың төбәк һәм милли сәйәсәт министрлығында төп белгес вазифаларын башҡарғанда халыҡҡа хеҙмәт итеүем менән бәхетле булдым.
- Белеүебеҙсә, тормош иптәшегеҙ Йәдкәр Әхәт улы ла ижад кешеһе, ғалим. Ишембайҙарға үҙҙәренә кейәү, еҙнә булған шәхестең эшмәкәрлеге менән танышыу ҙа ҡыҙыҡлы булыр.
- Никахтар күктәрҙә теркәлә, тиҙәр. Йәшлектә – кире ҡайтмаҫ танһыҡ саҡта бөтә донъя һинеке кеүек. Киләсәккә өмөтләнеп ниәттәр ҡорола – хыялдар мотлаҡ тормошҡа ашасаҡ! Әммә тормош үҙенсә эшләй. Көйөргәҙе егете Йәдкәр Бәширов менән беҙ, Ҡаҙағстан далалаларына тимер юл һалырға килгәс, студенттарҙың йәйге хеҙмәт төркөмөндә осраштыҡ. Тәү күреүҙән берберебеҙгә иҫебеҙ китмәне, киреһенсә, яйлап таныштыҡ. Икебеҙ ҙә Башҡортостандан булғас, һүҙ артынан һүҙ сығып, хәл-әхүәлдәребеҙҙе белешә йөрөй-йөрөй, донъяға ҡарашыбыҙҙа ла, тормошобоҙҙа ла асыҡланған уртаҡлыҡтар яҡынайтты беҙҙе һәм бына – 53 йыл йәнәшбеҙ. Төньяҡ-көнбайыш телендә аралашҡан тормош иптәшем миңә башта уҡ: «Үҙ телеңдә генә һөйләш», - тине. Был иһә рус теленән ҡала башҡорт теле ине. Тыуған еренең моңон, телен, һалмаҡ һөйләшен күңеленә һеңдереп, ер йылыһын ялан аяғының табандары менән тойоп үҫкән был егеттә физик көс менән йәнәш, туғандары, дуҫтарына терәк булып, матур итеп йәшәү теләге ташып тора ине. Бер-береҙҙе аңларға тырышыу, ихтирамлы мөнәсәбәт, уртаҡ маҡсаттар ошо оҙон ғүмер юлыбыҙҙың нигеҙе булды. Ләкин был тормошобоҙҙоң һәр көнөнөң ал да гөлдәй үтеүе тураһында түгел. Тормош илата ла, йыуата ла. Сабырлыҡ – һары алтын, тип юҡҡа ғына әйтелмәгән. Йәдкәр минең шиғриәткә һөйөүемде, йәмәғәтселек хеҙмәтемде хуплаһа, мин уның рәсемдәренә һоҡландым. Ә инде ғалимдың тарих төпкөлөнә төшөп эҙләнеүҙәре, башҡорт халҡының үткәнен бөртөкләп барлап ҡалыпҡа һалыуы, ҙур тырышлыҡ талап иткән үлсәүһеҙ хеҙмәттәре халҡыбыҙ киләсәге хаҡына ҡуйылған оло маҡсаттың «Бөйөк Башҡортостан иле», «Башҡорт хан», «Ҡол Ғәли һәм башҡорт мәҙәниәте тураһында» исемле китаптар аша тормошҡа ашыуында сағыла.
Кешеләргә изгелек, ҡулымдан килгәнсә ярҙам итеү теләге бәләкәй генә сағымдан уҡ, тәпәй баҫҡан тупрағымдандыр, тим. Ә инде ғүмерем буйы ошо теләгемде үтәй алыуым, үтәргә юлдар асылып тороуы Хоҙай ҡушыуынсалыр. Был юҫыҡта тормош иптәшем Йәдкәр Әхәт улы менән беҙ бер-беребеҙгә терәк, хеҙмәттәш, әйҙәүсе булдыҡ. Беҙ уның менән өс бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Земфира ҡыҙыбыҙға, Рөстәм һәм Рауил улдарыбыҙға минән тел һәләте бирелһә, аталарынан рәсем төшөрөү оҫталығын алғандар.
- Фирҙәүес апай, киләсәккә ниндәй пландар менән янып йәшәйһегеҙ? Яҡташтарығыҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.
- Беҙ икебеҙ ҙә Башҡортостан яҙыусылар берлеге ағзалары булараҡ, йыйған белемдәребеҙҙе, тормош тәжрибәләребеҙҙе, мөмкин булғанса, халҡыбыҙға ҡалдырырға тырышабыҙ. Әлеге мәлдә Йәдкәр Әхәт улы «Боронғо башҡорттар» тигән хеҙмәте өҫтөндә эшләй. Быйыл минең «Ғаләм – бикһеҙ, донъя – сикһеҙ» исемле китабым Ҡазанда башҡорт телендә донъя күрҙе. Бөгөнгө көндә Зәйнәп Биишева исемендәге китап нәшриәтендә «Тыуған илгенәм» тип аталған шиғри йыйынтығым баҫылып ята. Башҡорттоң иң гүзәл сифаттарын киләсәк быуындың бауырына керетерлек, күңелҡәлебенә һеңдерерлек эштәр эшләйһе килә. Юлдарын табыу мәслихәт.
Читайте нас: