Кесаҙна көн Ишембайға билдәле хирург-офтальмолог Эрнст Мулдашев килде. Күҙ микрохирургияһы бүлексәһендә уны ҡатмарлы операцияларға мохтаж пациенттар көтә ине.
- Бөгөн үҙҙәрен ҡарап, сирҙәрен ентекле өйрәнәсәкмен, операцияларҙы шәмбегә билдәләгәнбеҙ. Ҙур булмаған ҡалағыҙҙа ошондай мөмкинлектәр булыуы менән ғорурлана алаһығыҙ, бында ҡатмарлы операциялар яһау өсөн бөтә заманса ҡорамалдар бар, - тине Эрнст Рифғәт улы.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән республикала офтальмология бүлексәләрен заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыу программаһына Мәләүез, Күмертау, Сибай һәм Ишембайҙағы бүлексәләр ингәйне. Әйтергә кәрәк, Ишембай Үҙәк район дауаханаһының күҙ микрохирургияһы бүлексәһе программаға инеүселәр араһында иң беренсе булып дөйөм эшмәкәрлеген яңы кимәлгә күтәрҙе.
Быны, әлбиттә, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм муниципаль район хакимиәте берлектә алып барған эш һөҙөмтәһе тип ҡарарға кәрәк. Ҡалабыҙҙағы күҙ микрохирургияһы бүлексәһен Үҙәк район дауаханаһының Докучаев урамы, 10 а адресы буйынса бинаһына күсереү һәм тиҙ арала заман талаптарына ярашлы ремонт үткәреү арҡаһында яңы мөмкинлектәр асылды.
Гәзиттең киләһе һанында бүлексә эше тураһында тулыраҡ мәҡәлә булыр.