Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Октябрь 2020, 00:47

Төпкөл ауылдар ҙа хәҙер интернетлы!

Республикабыҙҙа «Рәсәйҙең һанлы иҡтисады» милли программаһына ярашлы, «Мәғлүмәт инфраструктураһы» проекты уңышлы эшләп килә. Ҡала-ауылдарыбыҙҙа юғары тиҙлекле бәйләнеш селтәре инфраструктураһының йылдан-йыл киңәйә барыуы быға асыҡ миҫал.

Республикабыҙҙа «Рәсәйҙең һанлы иҡтисады» милли программаһына ярашлы, «Мәғлүмәт инфраструктураһы» проекты уңышлы эшләп килә. Ҡала-ауылдарыбыҙҙа юғары тиҙлекле бәйләнеш селтәре инфраструктураһының йылдан-йыл киңәйә барыуы быға асыҡ миҫал.
Яңыраҡ ошо проект сиктәрендә «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре Ҡалыу-Айры, Иҫке Һәйет ауылдарында мәктәп һәм фельдшер-акушерлыҡ пунктына тиклем сүсле-оптик селтәр үткәрҙе. Артабан элемтәселәр урындағы халыҡты хеҙмәтләндереү өсөн яңы элемтә линияларын һәм телекоммуникациялар ҡорамалдарын ҡорҙо.
Ошо көндән алып 100-ҙән ашыу ғаиләнең 6 Мбит/сек тиҙлегендәге интернетты тоташтырыуға мөмкинлеге бар. Шулай уҡ интерактив телевидениелы булған ауылдаштар 175-тән ашыу телеканал, «Ростелеком»дың Wink видеосервисында 5000-гә яҡын фильмдар һәм сериалдар ҡарай ала.
Иң ҡыуандырғаны – уҡыусы балаларҙың «Ростелеком.Лицей» платформаһында уҡырға, белемде үҫтереүсе төрлө курстар үтергә мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Ә дәүләт хеҙмәтләндереүе берҙәм порталын, телемедицинаны, эш һәм уҡыу өсөн төрлө онлайн-ресурстарҙы файҙаланыу эште күпкә яйлыраҡ итә.
Әйтергә кәрәк, ауыл халҡына юғары тиҙлекле интернет һәм Wink сервисы менән бергә телефон бәйләнешен дә тоташтырырға мөмкин. Хеҙмәтләндереүҙең өс төрө
өсөн дә берҙәм иҫәп билдәләнә. Аҡсаны һәм ваҡытты экономиялау өсөн дә ҡулайлы ысул.
Был төр хеҙмәтләндереү буйынса ғаризаны «Башинформсвязь» хеҙмәткәрҙәренә ҡалдырырға йәки 8 800 1000 800 телефоны буйынса шылтыратып әйтергә кәңәш ителә.
Фото: Диана Әхмәтова
Читайте нас: