Халыҡты халыҡ иткән – ул туған тел. Республикабыҙ ҙур байрамын ҡаршылағанда, әлбиттә, был һорауға һуңғы йылдарҙа республика етәкселеге кимәлендә ҙур иғтибар булыуын, туған телебеҙҙе өйрәнеүҙә яңы мөмкинлектәр асылыуын әйтә алабыҙ. Тик шул уҡ ваҡытта күңелде борсоғаны ла бар – балаларыбыҙ күп ғаиләләрҙә туған тел мөхитенән мәхрүм.
Иң ҡиммәт мәлде – сабыйҙарыбыҙҙың теле асылған мәлде ҡулдан ысҡындырабыҙ, аҙаҡ килеп мәктәптә туған телгә һөйөү уятырға тырышып аптырайбыҙ. Аңлы, киләсәкте күҙаллай белгән ата-әсәне борсомай ҡалмайҙыр был хәл. Ошо көндәрҙә Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү буйынса комиссияһы сираттағы ултырышы ла ошо проблемаға бағышланды.Комиссия мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының Башҡорт теле йылындағы эшмәкәрлеген ҡабат тикшерҙе. Йәмәғәт ойошмаһының башҡарма комитеты ағзалары башҡорт теле уҡытылған төркөмдәрҙең етмәүен, бындай төркөмдәргә атаәсәләрҙең ихтыяжы көслө булыуын йәнә иғтибар үҙәгенә ҡуйҙы.
Комиссия ултырышында полилингваль һәм башҡорт телен уҡытҡан балалар баҡсалары өсөн кадрҙар әҙерләү мәсьәләһе лә күтәрелде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы янында эшләгән Ата-әсәләр комиссияһы ағзаһы Айгөл Атанова йәмәғәт ойошмаһы нигеҙендә кадрҙар тупланмаһын булдырырға тәҡдим итте.
Муниципаль районда ла был йүнәлештә көслө эшләгән атаәсәләр комиссияһын булдырыу – көн талабы. Әле ваҡытта ҡалала 25-се, 27-се, 31-се 32-се һәм 34-се балалар баҡсаларында берәр башҡорт төркөмө эшләй. 28-се балалар баҡсаһында татар телле төркөм бар. Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының мәктәпкәсә төркөмө – барыбыҙ ҙа “Аҡбуҙат” тип белгән балалар баҡсаһы был йәһәттән бер ҙур өмөт утрауы кеүек. Район мәғариф идаралығының мәктәпкәсә белем бирем буйынса әйҙәүсе белгесе Айгөл Ғибаҙуллина әйтеүенсә, башҡорт төркөмө эшен лайыҡлы кимәлдә алып барырлыҡ кадрҙар мәсьәләһе беҙҙә лә тора. Иң мөһиме - атаәсәләрҙән төркөм асырлыҡ күмәк ғариза йыйылған осраҡта бер балалар баҡсаһында ла быға ҡаршылыҡ тыумаясаҡ.
Фотола: “Туған телен белеп, тойоп үҫкән баланың күңеле байыраҡ, донъяһы киңерәк”, - ти 2-се башҡорт гимназияинтернатының мәктәпкәсә төркөмө тәрбиәсеһе Рәсилә Хөсәйенова.