Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Октябрь 2020, 16:02

Яугир нефтселәргә һәйкәл яңырҙы

Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған Ишембай нефтселәренә арналған обелиск быйыл ҙур ремонт кисерҙе. Республика көнө айҡанлы яңырған обелискты тантаналы асыуға предприятие ветерандары, етәкселек йыйылды.

Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған Ишембай нефтселәренә арналған обелиск быйыл ҙур ремонт кисерҙе. Республика көнө айҡанлы яңырған обелискты тантаналы асыуға предприятие ветерандары, етәкселек йыйылды.
Обелиск һуңғы тапҡыр 1997 йылда яңыртылған булған. Алтаҡтала 309 яугир нефтсенең исеме яҙылған. Улар рухын ҙурлап сәскәләр һалынды, иҫтәлектәр яңыртылды.
«Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы ветерандары советы рәйесе Рәсүл Ғүмәров әйтеүенсә, был ремонтты улар күптән көткән.
- Үткән йыл ике мемориаль таҡта ҡуйыуға өлгәштек. Быйыл пандемия осоронда эштәр бер аҙ тотҡарланып торҙо. Пландар ҙур, әлбиттә, киләһе йыл Башҡорт нефтенең 90 йыллығы билдәләнә. Ошо ҙур ваҡиға айҡанлы Ишембайҙа - Башҡорт нефтен тәүге асыусылар ҡалаһында күп кенә саралар үтер тип уйлайбыҙ. Күреп тораһығыҙ, был обелискты яңыртыуға күп көс һалынған. «Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы етәкселеге беҙҙең ветерандарҙы онотмай, уларға рәхмәтлебеҙ, - ти Рәсүл Абдрахман улы.
- Бының менән генә эштәр тамамланманы әле, планда обелиск эргәһен кәртәләп алып, асфальт ҡатламын алыштырыу һәм видео-күҙәтеү системаһын ҡуйыу бар, - тине хөрмәтле ветеранға ҡушылып “Башнефть-Добыча” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең «Ишембайнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы начальнигы Валерий Горбатов.
Фото: автор
Читайте нас: