2022 йылда, башҡорт нефтен табыуға 90 йыл тулыуҙы билдәләгәндә, майҙан заманса үҙгәргән, матурланған буласаҡ. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров Ишембайға сәфәре барышында белдерҙе.
“Маҡсатыбыҙ - Ишембайҙы тәртипкә килтереү. Юлдар, тротуарҙар эшләйбеҙ, ихаталарҙы, подъездарҙы ремонтлайбыҙ. Ә иң мөһиме - быйыл биләмәлә “Алға” иҡтисади зонаһын ойоштора алдыҡ. Был иһә - эш урындары, һалым. Предприятиелар ҙа төҙөй башланыҡ. Ваҡытында бында байтаҡ заводты яптылар тип һәр саҡ ҡайғыра инем. Хәҙер күбеһен тергеҙәбеҙ. Шуға йәшәргә һәм ҡыуанырға кәрәк”, – тине Радий Хәбиров ҡала халҡы менән әңгәмәләшкәндә.