Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Октябрь 2020, 21:13

Табипҡа – тик алдан яҙылыу буйынса

Коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау маҡсатында 6 октябрҙән башлап Үҙәк район дауаханаһының Стахановсылар урамы, 75-се йорт адресы буйынса урынлашҡан поликлиникаһында табиптар халыҡты алдан яҙылыу буйынса һәм тәғәйенләнгән ваҡытта ғына ҡабул итә.

Әгәр температурағыҙ күтәрелһә, һаулығығыҙға ҡағылышлы кисектергеһеҙ проблема килеп тыуһа, табипты мотлаҡ өйгә саҡыртырға кәрәк. Медицина ярҙамы шул уҡ көндә күрһәтеләсәк.
Әгәр хәлегеҙ бик ауыр булмаһа поликлиникала план буйынса ҡабул итеүҙе көтөгөҙ, алдан яҙылған ваҡытҡа ғына килегеҙ. Справкалар алыу, медицина-социаль экспертизаһына йүнәлтмә юллау бик ашығыс түгел. Табипҡа ҡабул ителеүгә түбәндәге ысулдар менән яҙылырға мөмкин:
- Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бәйләнеш үҙәгенә 1301 берҙәм номеры буйынса шылтыратып;
- дәүләт хеҙмәттәренең федераль порталы аша (https://www.gosuslugi.ru/);
- Башҡортостан Республикаһының берҙәм медицина порталы аша (https://doctor.bashkortostan.ru/);
- поликлиниканың телефон һандары буйынса – 8(34794)7-80-78, 8(34794)2-27-99;
Табипты өйгә саҡыртыу өсөн 8(34794) 4-12-21, 8(34794) 2-82-04 телефоны буйынса шылтыратырға кәрәк.

Читайте нас: