Ололар көнө айҡанлы үҙебеҙҙең Ҡалыу-Айры ауылының ғорурланырлыҡ, өлгө алырлыҡ ағинәйҙәре хаҡында яҙып үткем килә. Һүҙем Суфиева Зөһрә Закир ҡыҙы һәм Хәйҙәрова Райхана Хафиз ҡыҙы хаҡында.
Өләсәйем Суфиева Зөһрә Закир ҡыҙы 1935 йылдаҠырмыҫҡалы районы Биштәкә, әлеге Шайморатов ауылында, төпсөк бала булып донъяға килгән. Атаһы Фин һуғышында ҡаты яраланып ҡайта һәм һауыға алмай 1938 йылда донъя ҡуя. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, улар әсәһе Шакирә менән Ҡолғона ауылына, апалары Мәликә Закир ҡыҙына күсеп киләләр. Мәликә Мусина Ҡолғона ауылына кейәүгә сығып, уҡытыусы булып эшләп йөрөгән була.
Өләсәйем Суфиев Ибраһим Талип улына – олатайыма тормошҡа сығып, 1950 йылдың яҙында Ҡалыу-Айры ауылында донъя ҡоралар. Һуғыштан һуңғы ауыр осор. Һуғыш ветераны олатайым башланғыс мәктәптә уҡытыусы булып эш башлай.Өләсәйем донъя мәшҡәттәренә сума, күпләп мал, ҡош- ҡорт аҫрайҙар, бал ҡорто үрсетеп, 10 баланы (!) аяҡҡа баҫтыралар. Һәр береһен белемле, һөнәрле итешәләр.
Олатайым 40 йылдан ашыу балалар уҡыта. 2012 йылдың июлендә, изге Рамаҙан айының йәмле аяҙ көнөндә был фани донъяларҙан китеп барҙы ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өләсәйемең ғүмер юлы бик ҡатмарлы һәм үкенесле була. Бала ҡайғыһы күрмәгеҙ, тип теләй ул бар кешегә. Ун балаһы араһынан дүрт улын һәм ике ҡыҙын йәшләй генә ер
ҡуйынына һалып ҡуйыу - башҡа һыймаҫ, йөрәк күтәрә алмаҫлыҡ ауыр фажиғә. Хоҙай ауыр һынауҙарҙы көслөләргә генә бирермен тигән. Өләсәйем әле булһа балаларына терәк булып йәшәй, аҡыллы кәңәштәрен биреп, изге доғаларын уҡып ултыра.
Аллаға шөкөр, ҡалған балаларының ҡәҙер хөрмәтендә йәшәй. Уның 23 ейәнейәнсәре, 32 бүләсәре бар. Олатайым менән бергә ҡорған нигеҙен һыуытмай, нурлы, бөхтә итеп тота. Гәзит-журналдан айырылмай. Үҙем Өфөлә эшләп йөрөһәм дә өләсәйемдең нурлы йөҙөн, аҡыллы һүҙен һағынып ҡайтам. Рәхмәт һиңә, өләсәйем! Был донъяла ауырлыҡтырға бирешмәй, ҡалған балаларыңдың бәхете өсөн оҙон ғүмер кисер. 85 йәшлек ғүмереңә 85 мең сауабын бирһен Хоҙай Тәғәлә!
Инәйем Хәйҙәрова Райхана Хафиз ҡыҙы Түбәнге Әрмет ауылында 1943 йылдың мартында ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килгән. Яугир атаһы Еңеү көнөн күрә лә алмай 1945 йылдың 5 майында Польша ерендә вафат була. Райхана инәй бик эшсән, тырыш ҡыҙ булып үҫә. Йәшләй генә 1963-64 йылдарҙа балалар баҡсаһында мөдир булып эшләй.
1969 йылда беҙҙең бабайыбыҙ Хәйҙәров Яхъя Зәкәриә улына тормошҡа сығып, Ҡалыу-Айры ауылына килен булып төшә.Бик матур, татыу донъя ҡоралар. Дүрт бала үҫтерәләр. Донъялар бер төрлө генә тормай шул: оло улдары 19 йәшендә генә яҡты донъяларҙы ташлап китә. Үҙенә лә ир ҡәҙерен күреп оҙаҡ йәшәргә тура килмәй, йәшләй генә яңғыҙ ҡалып, өс баланы аяҡҡа баҫтыра. Балалары бик эшсән, яуаплы,тырыш кешеләр булып үҫә. Оло ҡыҙы Раушания, улы Рәмзил үҙ ғаиләләре менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында төпләнде.
Розалия апайым иптәше менән ике ул, бер ҡыҙ үҫтереп инәйемдең уң ҡулы булып бер ауылда йәшәй. Райхана Хафиз ҡыҙы медпунктта санитарка булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Хеҙмәт ветераны исемен ҡаҙанған, бик күп маҡтау грамоталары бар. Инәйем йәштән бик ярҙамсыл, изгелекле була. Шуғалыр ҙа ауылдаштар, туғандары хөрмәт итеп тора. Һәр кем менән уртаҡ тел таба белә.Тормош ауырлыҡтарына бирешергә ваҡыты ла юҡ кеүек. Ҡура тултырып мал аҫрай, ҡорт тота. Ҡул эштәре күҙ яуын алырлыҡ, шәлдәр, балаҫтар бәйләй. Йәй айҙары ихатаһы гөл-сәскәгә күмелә, йорто бөхтә, ризығы мул.
Ата-әсә көҙгөһө – балалар. Улы Рәмзил ауылды нурлап мәсет асып ебәргәйне. Хәҙер Яхъя мәсете халыҡҡа 15 йылға яҡын хеҙмәт итә, ауылдаштар ихлас йөрөй, дини байрамдар берҙәм ойошторола. Балаларыңдың хөрмәтендә, рәхмәтендә олоғайыу үҙе үк ғорурлыҡ. Ауылымда йәш быуынға өлгө, терәк булып йәшәгән ағинәйҙәребеҙ булғанда изгелек юғалмаҫ.