Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Сентябрь 2020, 12:36

Сәскәләрҙе нисек ҡышҡылыҡҡа әҙерләргә?

Баҡсала көҙгө эштәр дауам итә. Ҡупшы сәскәләрҙең күбеһе атып бөттө инде. Күп йыллыҡ сәскәләргә иғтибар бүлергә кәрәк. Мәҫәлән, ләләләрҙе (тюльпан) ултырта башларға була. Рәсәй Ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан филиалы үҫемлектәрҙе һаҡлау бүлеге белгесе Мәнәүәрә Хисаметдинова баҡсаһында күпләп сәскә ултырта. Ул беҙҙең менән дә тәжрибә уртаҡлашты.

“Күп йыллыҡ сәскәләр – флокс, астра, дильфиниум, лилиә, ынйы сәскә (ландыш), кәкүк емешен (примула) бүлеп, яңы урындарға ултыртырға була. Һау бөрөлө үҫентеләрҙе ултыртығыҙ, ә ауырыуҙарҙы секатор менән киҫеп ташлағыҙ, киҫелгән урынына ағас күмере һибегеҙ. Шулай итһәң, ауырыу ҙа инмәй, серемәй ҙә. Һәр үҫентене башта алһыу төҫлө марганцовка иретмәһенә тығып алығыҙ. Был ысул ауырыуҙарҙы иҫкәртеү өсөн шәп.

Раузаларҙы ла ҡышҡа әҙерләй башларға кәрәк. Кипкән сәскәләрен, ботаҡтарын алырға, ҡыуаҡтың уртаһынан үҫеп сыҡҡан йәш ботаҡтарын киҫергә ваҡыт. Әгәр ауырыуҙар күренһә, бер процентлы сода иретмәһе йә “Фитоспорин – М” препараты менән эшкәртегеҙ.

Клематис – бик иркә ҡыуаҡ. Уға әле фосфор һәм калий кәрәк: 0,5 аш ҡалағы суперфосфат һәм калий бер ҡыуаҡҡа етә. Икенсе йылды клематис матур һәм эре сәскәләр менән ҡыуандырһын тиһәгеҙ, бор кислотаһының ике грамын бер стакан эҫе һыуҙа иретегеҙ. Был ҡатнашманы 10 литр һыуға һалырға ла ҡыуаҡҡа һибергә кәрәк.

Иристарҙы ла икенсе урынға күсереп ултыртырға була. Был эште сентябрь аҙағына тиклем атҡарып ҡуйығыҙ. Иристың тамырҙары ныҡ. Уларҙы ҡул менән генә һындырып, бер аҙ киптерегеҙ, күмер онтағы һибегеҙ. Япраҡтарын 10 – 15 сантиметр оҙонлоҡта ҡалдырырға кәрәк. Ултыртҡанда тамырҙарҙы 5 – 7 сантиметр тәрәнлеккә генә ултыртығыҙ”.
Лилиә НУРЕТДИНОВА
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: