Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Сентябрь 2020, 14:12

Һәйкәлдәр бөгөнгөләр хәтере өсөн

Ошо көндәрҙә муниципаль райондың беренсел ветерандар ойошмалары рәйестәре Кинйәбулат һәм Маҡар ауылдарында булып ҡайтты.

Ошо көндәрҙә муниципаль райондың беренсел ветерандар ойошмалары рәйестәре Кинйәбулат һәм Маҡар ауылдарында булып ҡайтты.
Райондың ветерандар советы рәйесе Ришат Заһиҙуллин әйтеүенсә, был сәфәр Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата Рәсәй Федерацияһы Президенты грантына тормошҡа ашырылған “Быуындар мираҫы” проекты сиктәрендә ойошторолған. Уның маҡсаты – яҡташтарға, бигерәк тә йәш быуынға Бөйөк Ватан һуғышы осоронда атай-олатайҙарының күрһәткән батырлыҡтары тураһында еткереп тороу, тарихыбыҙҙы өйрәнеүгә дәртләндереү. Грант аҡсалары иҫәбенә оло быуын вәкилдәре ҡала-район, республика музейҙарын, иҫтәлекле урындарын барып күрә ала. Ошо көндәрҙә проектта ҡатнашыусыларҙың беренсе төркөмө Кинйәбулат ауылында булып, яугирҙар рухын данлаған һәйкәлдәр эргәһендә баш эйҙе. Быйыл унда район хакимиәте ярҙамы һәм ауылдаштар тырышлығы менән тыл хеҙмәтсәндәренә лә стела ҡуйылғайны.
Шулай уҡ ветеран ойошмаларын етәкләүселәр ошо уҡ көндө Маҡар ауылына барып, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда 502 фашисты юҡ иткән снайпер Әхәт Әхмәтйәновтың һәйкәленә сәскәләр һалды, ауылдың бай тарихлы музейында булды. Һуғышҡа тиклем уҡытыусы булып эшләгән Әхәт Абдулхаҡ улы яу ҡырынан ғәрипләнеп, әммә күкрәгенә өс орден тағып ҡайта. Унан кәмерәк фашисты юҡ иткән снайперҙарҙың да Герой исемен алыуы билдәле, яҡташтар тарихи ғәҙеллек еңеп сығырға тейеш тигән фекерҙә. Снайпер Әхәт Әхмәтйәнов Виталий Василевкийҙың “Удар в ночи“ исемле хикәйәһендәге төп геройҙың прототибы булып тора. Уның авторы Ленинград фронтында батыр яҡташыбыҙҙың полкташы була.
- Ете йыл элек туғандары менән бергәләп беҙ батыр яҡташыбыҙға Рәсәй Геройы исемен биреү тураһында үтенес менән мөрәжәғәт иткәйнек, - тип уртаҡлашты Ришат Иншар улы. – Мин тарихсылар, махсус комиссия документтарҙы ентекле өйрәнер һәм ошо шатлыҡлы көндө күрербеҙ тип ышанам.
РФ Президенты грантына тормошҡа ашырылған “Быуындар мираҫы” проекты буйынса илһөйәр йүнәлештә башҡа саралар ҙа билдәләнгән.
Фото: автор
Читайте нас: