Айгөл ҙур булмаған ауылда өләсәһе менән генә йәшәне. Ата - әсәһен ныҡлап хәтерләмәй ҙә ул. Ҡыҙға дүрт йәш булғанда аттары – нийе менән бергә боҙ аҫтына китеп һәләк булған. Ауыл Салауат ҡалаһынан әллә ни алыҫ түгел. Тураға Ағиҙел аша сыҡһаң биш саҡрымдай ғына. Халыҡ йәйен урабыраҡ аҫмалы күперҙән, ҡышын йәйәү ҙә, ат менән дә боҙ аша ҡалаға йөрөй. Айгөлдөң ата-әсәһе йомоштарын йомошлап ҡайтып килгәндә бәләгә юлыҡҡан да инде. Яҙғы боҙ яҫтыҡ ҡалынлыҡ булһа ла ышанма, тип белмәй әйтмәгәндәрҙер - һыу ҡалҡа башлаған мәлдә булды был хәл.
Тормоштары бик етештән булмаһа ла матур ғына йәшәне Айгөлдәр. Маһира инәй ҡыҙҙы бар көсөн һалып тәрбиәләргә тырышты. Ейәнсәре тыныс холоҡло, уңған, тырыш ҡыҙ булды. Һәр эштә ныҡлы ярҙамсы, уҡыуҙа ла һынатманы.
Һигеҙенсе класты бөткәс, Айгөл өләсәһенә медучилищеға уҡырға барырға теләге барын әйтте. Маһира инәй уның ниәтен хупланы ғына. Имтихандар тапшырыр алдынан үҙе ейәнсәре менән бергә Салауатҡа барып, унда йәшәгән әхирәтенең ҡыҙына фатирға урынлаштырып ҡайтты. Ниндәйҙер ауырыуы арҡаһында бала таба алмаған һәм шуны сәбәп итеп ире ташлап киткән ҡырҡ йәштәр тирәһендәге Нәсимә исемле был ҡатын ҡыҙҙы бик йылы ҡабул итте. Уның өсөн өлтөрәп торҙо.
Айгөл тәүге имтиханын яҡшыға тапшырҙы. Әммә бәлә аяҡ аҫтында тиҙәр бит, икенсеһенә китеп барғанда, трамвай юлына эләгеп тәгәрәп, һул аяғын һындырҙы. Ҡыҙҙы тиҙ ярҙам машинаһы менән алып китеп, хәстәханаға һалдылар. Хыялдары тормошҡа ашмауына бик хафаланды Айгөл. Алабарманланып, бәләгә тарып ятыуына үҙен-үҙе әрләне. Ләкин, ни эшләһен, булаһы - булған, яҙмыштыр инде, тип уфтаныуҙан башҡа сара юҡ. Өләсәһе менән Нәсимә апаһының килеп йыуатыуҙары ғына күңеленә бер аҙ дауа булды - булыуын.
Ләкин бер ямандың бер яҡшыһы ла була икән шул. Айгөл хәстәханала тәүге мөхәббәтен осратты. Үҙен дауалаған табипҡа ҡапылдан үлеп ғашиҡ булды ла ҡуйҙы. Һомғол буйлы, ҡара бөҙрә сәсле үтыҙ йәштәр самаһындағы был ир - егет ҡыҙға бигерәк тә иғтибарлы, ихтирамлы булып, янына йыш ҡына инеп сығып йөрөнө, яғымлы ҡарашы менән иркәләп, матур һүҙҙәр һөйләп күңелен йыуатты. Айгөл Айрат янында булғанда ниндәйҙер, әйтеп аңлатҡыһыҙ ләззәт кисерҙе, йөрәге дөрҫләп типте, күңеле ярһып ҡайҙалыр ашҡынды. Тәүҙәрәк аңғармаһа ла, һуңыраҡ үҙенең ғашиҡ булыуын төшөнөп, ҡурҡып та ҡалды ҡыҙ, хатта. Шулай ҙа хәстәханаға эләгеп, унда мөхәббәтен осрата алыуына, һөйгән кешеһенең һәр саҡ янында булыуына ҡыуанып, үҙен бик тә бәхетле тип һананы. Тик бына хәстәхананан сыҡҡас нимә эшләрен, Айратты күрмәй нисек йәшәрен уйлап ҡайғыға ла төштө. Ә уныһының: «Уҡырға киләһе йыл инерһең, быйылға бында санитарка булып эшкә урынлаш, үҙем ярҙам итермен», - тигәнен ишеткәс, ҡыуанысының иге-сиге булманы. Тимәк, улар бергә эшләп, бер-береһе менән осрашып, күрешеп торасаҡ. Айраттың ҡатыны, балаһы барын белде Айгөл. Ләкин һөйөү утында янған ҡыҙ быға әллә ни иғтибар ҙа итмәне.
Хәстәханала эшләй башлауына ике аҙна самаһы ваҡыт үткәс, Айрат Айгөлдө үҙенең тыуған көнөн икәүҙән - икәү генә үткәреү өсөн ҡала ситендәге баҡсаһына саҡырҙы. Ҡыҙ бер һүҙһеҙ риза булды ла ҡуйҙы. Унда Айрат мөхәббәттән дә, шарап шауҡымынына да башы әйләнгән ҡыҙҙың ҡолағына наҙлы һүҙҙәр шыбырҙаны. Ҡатынын яратмауын, балаһы хаҡына ғына уның менән бергә йәшәүен, нисек тә айырылышып, Айгөл менән ҡауышасағын да әйтергә онотманы. Шул көндө баҡсала ҡунып ҡалды улар. Артабан да йыш ҡына унда барып йөрөнөләр. Һыуыҡтар төшкәс, Айрат һөйәркәһен иптәшенең буш торған фатирына урынлаштырҙы. Нәсимә апаһы уны бик ебәргеһе килмәһә лә, ни эшләһен, күҙ йәштәре аша оҙатып ҡалды.
Үҙенең ауырлы икәнен Айраты һөнәре буйынса Чечняға оҙайлы командировкаға киткәс кенә белде Айгөл. Башта ҡыҙ ҡаушап, был килеш бер яңғыҙым нишләрмен икән, тип ҡурҡыуға төштө. Аҙаҡ башынан әлдә Айрат белмәй китте, ҡайтыуына матур сюрприз булыр, тигән уй үтте. Ейәнсәрен ҡорһаҡлы килеш күреү менән йөрәген тотоп түшәккә йығылған өләсәһе шул ятыуынан торманы, гүр эйәһе булды. Был хәл Айгөлдө һеңгәҙәтә һуҡты. Үҙен-үҙе ғәйепләп, әллә күпме тыныслана алмай яфаланды ул. Ауыр саҡтарында әлдә таяныр кешеләрем, - Айратым һәм ҡорһағымда уның балаһы бар, тип йыуаныс тапҡан булды.
Балаһы тыуыу менән табиптар тураһын ғына әйтмәй: «Ҡыҙың зәғиф, һиңә уны тәрбиәләү бик ауырға төшәсәк», - тип иҫкәртеп ҡуйҙы. Палатала бергә ятҡан бер-ике ҡатын да йоҙроҡтай ғына сабыйға ҡарап: «Һин үҙең дә бала ғына бит әле, етмәһә яңғыҙһың, ҡыҙыңды бында ғына ҡалдыр ҙа ҡуй», - тип кәңәш бирҙеләр.
Әммә йәш әсәгә үҙ ҡарынынан сыҡҡан, һөйгән кешеһенән тапҡан бәләкәй генә йомарлаҡ шул тиклем яҡын, шул тиклем йәл тойолдо, хатта уны бер минутҡа ла ҡулынан ысҡындыраһы килмәне. Айгөлдө күрергә килгән Нәсимә апаһы ла: «Ҡалдырып китәһе булма, үҙем ҡарашырмын», - тип киҫәтеп ҡуйҙы һәм Айгөл сабыйын күтәреп фатирына ҡайтыу менән көн дә тип әйтерлек килеп уны тәрбиәләште.
Балаһын тәү күреүҙә үк: «Ниңә таптың уны, кемгә хәжәте бар был етлекмәгәндең!» – тип, Айрат үҙен шатландырырға хыялланған йәш ҡатындың йөрәгенә бысаҡ ҡаҙағандай итте. Килгән һайын сабыйҙың илауына сыҙамай: «Ҡасан тонсоға инде үләтең!» - тип мыжыуҙан бушамай, Айгөлдө ике ут араһына һалды.
Ә бер көндө ул ҡәтғи рәүештә: «Бөгөн үк емтегеңде детдомға илтеп тапшыр, йә ул, йә мин! - тип әйтеп, Айгөлдөң йөрәген үтәнән - үтә телгеләне. Йәш ҡатын оҙаҡ ҡына һушһыҙ ятып, ҡапыл ғына аңына килгән кешеләй Айратҡа төбәлде. Шул саҡ алдында торған әҙәмдең биҙәкле йылтыр ҡоршауы ҡапылдан ҡойолоп төшөп, күҙҙәренә ир-уҙаман урынына бер бахырҙың шәүләһе генә салынғандай булды. «Хайуандың хайуанына ла балаһы ғәзиз, ә был әҙәм үҙ балаһын емтеккә һанай, унан ваз кисә, ниндәй түбәнселек», - тигән уй башынан үтте. Ҡолағында ҡасандыр ауыл клубында ишеткән таҡмаҡтың: «Матур алма тип ҡыҙғайным - ҡортло булды эскәйе» - тигән һүҙҙәре яңғырап киткәндәй булды.
Айрат сығып китеү менән Айгөл балаһының әйберҙәрен йыйыштырып алды ла, сабыйын ҡосағына ҡыҫып, Нәсимә апаларына йүнәлде.
Күпмелер ваҡыт үтеп, башҡа әйберҙәрен алып китергә тип килгәндә фатирға йәш кенә бер ҡыҙ хужа булып та алғайны инде.