Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Сентябрь 2020, 10:05

“Витязь” һөнәр оҫталары менән ҡеүәтле

“Витязь” машиналар эшләү компанияһы” акционер йәмғиәтенең һанлы программа менән идара ителгән станоктар операторы Радик Мозафаров үҙенең эшен ижади һәм ҡыҙыҡлы һөнәрҙәр рәтенә индерә.

27 сентябрь – Машина эшләүселәр көнө

“Витязь” машиналар эшләү компанияһы” акционер йәмғиәтенең һанлы программа менән идара ителгән станоктар операторы Радик Мозафаров үҙенең эшен ижади һәм ҡыҙыҡлы һөнәрҙәр рәтенә индерә.
Яҡташыбыҙ заводҡа 1991 йылда 76-сы һөнәрселек училищеһын тамамлағандан һуң килә. Күп тә эшләп өлгөрмәй, әрме сафына алына. Ике йыл намыҫлы хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң да тура заводҡа – үҙенең корпус цехына ҡайта. Хәҙер утыҙ йылға яҡын ошонда хеҙмәт юлын дауам иткән Радик Рәйес улы йәшлек ҡарарына үкенмәй.
- Мин идара иткән станок эштең төрлөһөн башҡарыуы менән ҡыҙыҡһындырҙы, - ти ул. – Остаздарым бик һәйбәт булды, йәштәрҙең үҫеүен теләп, һәр нәмәне ентекле аңлата торғайнылар. Тормош алға атлай, продукция яңырып тора, станоктар ҙа хәҙер заманса. Эшең күңелеңде яулаған икән, һөнәреңдә үҫәһең.
Радик Мозафаров станокта ике звенолы транспортерҙар өсөн төрлө деталдәр һәм быуындар эшкәртә. Уларҙың ҡайһыларының күләме һәм ауырлығы бик үҙенсәлекле. Мәҫәлән, вездеходтарҙың ҡайһы бер кузовтары оҙонлоғо алты метрҙан, киңлеге өс метрҙан арта, ә ауырлығы биш тоннанан ашыу!
Мозафаровтар – “Витязь” заводындағы хеҙмәт династияларының бер өлгөһө. Ҡатыны Гөлнара 2006 йылдан бирле бында бюро начальнигы, ә улдары Артем бишенсе йыл механика йыйыу эштәре слесаре булып эшләй. 2018 йылда һөнәри уңыштары өсөн Радик Рәйес улы “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе” исеменә лайыҡ булған. Заводтың бөгөнгө уңыштарында, әлбиттә, уның кеүек бик күп һөнәр оҫталары тырышлығы ята.
Ишембай машиналар эшләүселәренә киләсәктә лә хеҙмәт юлын яңы уңыштар менән дауам итергә булһын.
Читайте нас: