Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Сентябрь 2020, 11:57

“ТЕКӘ” ҠАТЫН (хикәйә)

Тәү ҡарамаҡҡа уҡ Әминә үҙенең тормошонан ифрат ҡәнәғәт, етеш йәшәгән, хатта мөхәббәткә лә мохтажлыҡ кисермәгән ҡатын-ҡыҙ һымаҡ тойола. Архивта эшләүҙең бик үк күңелле булмағанын, архив хеҙмәткәренең аралашыуҙарға мохтажлыҡ кисергәнен һеҙ үҙегеҙ аңлайһығыҙҙыр инде. Быуаттар төпкөлөнән ҡалған ҡағыҙҙар менән эш итеү һәм донъяға асыулана-асыулана сөскөрөп ҡуйыу аша аҙ эш хаҡына, аҙғын, эскесе ирҙәргә һәм тәрбиәһеҙ ҡалып барған балаларға зарланыу өҫтәлә. Шулай шул, бындай шарттарҙа нисек итеп күңел күтәренкелеген, бәхеттең тулылығын тәьмин итергә мөмкин?

Тәү ҡарамаҡҡа уҡ Әминә үҙенең тормошонан ифрат ҡәнәғәт, етеш йәшәгән, хатта мөхәббәткә лә мохтажлыҡ кисермәгән ҡатын-ҡыҙ һымаҡ тойола. Архивта эшләүҙең бик үк күңелле булмағанын, архив хеҙмәткәренең аралашыуҙарға мохтажлыҡ кисергәнен һеҙ үҙегеҙ аңлайһығыҙҙыр инде. Быуаттар төпкөлөнән ҡалған ҡағыҙҙар менән эш итеү һәм донъяға асыулана-асыулана сөскөрөп ҡуйыу аша аҙ эш хаҡына, аҙғын, эскесе ирҙәргә һәм тәрбиәһеҙ ҡалып барған балаларға зарланыу өҫтәлә. Шулай шул, бындай шарттарҙа нисек итеп күңел күтәренкелеген, бәхеттең тулылығын тәьмин итергә мөмкин? Донъяла, Рәсәй ҡатындарынан башҡа, тағы ла ошондай һынауҙарға, хатта ваҡыты менән кәмһетелеүҙәргә дусар ителгән башҡа халыҡ бармы икән? Әминә үҙенең тормошо хаҡында бөтөнләй икенсе ҡарашта. Дөрөҫөн әйткәндә, бүлек етәксеһе вазифаһы әллә ни ҙур һәм юғары урын түгел. Эш хаҡы ла шул хаҡта һөйләй. Мәҫәлән, башҡаларҙан арттырып алған 800-ме әллә 900-ме тәңкә менән, үҙеңә “текә ҡатын” битлеге кейеп булмай бит инде. Әминә, дөрөҫөрәге, Әминә Йәлил ҡыҙы хеҙмәттәштәренең тормошҡа зарланыуын, эш хаҡын тикшереүҙе, ситтән тороп, аҙғын ирҙәрен фашлауҙы ҡырҡа тыя торғайны.
Шуға күрәмелер, ханымдың, башҡаларҙан айырмалы, бәләкәй генә мауығыуы, әгәр уны хобби, тип әйтергә мөмкин булһа, бар. Ул уны бик ҡәҙерләй һәм һәр бер өҫтәлмә мәғлүмәткә ҡыуанып ҡарай торғайны. Ул да булһа, төрлө райондарҙа электән булған һәм хәҙер онотола башлаған ер-һыу атамалары. Атамаларҙың үҙгәреүенең үҙенсәлеге шунда, әйтәйек, исем башҡортса бер мәғәнә бирһә, русса яҙылғанда ул бөтөнләй икенсе яңғыраш тапҡан. Ә инде туған телгә яңынан әйләнеп ҡайтҡанда мәғәнәһен юғалтҡан. Ундай исемдәр бихисап. Хатта осона сығырлыҡ түгел.
Уға буйһоноусы ханымдар уның ошо мауығыуын иҫкелеккә йәбешеп ятыу, консерватизм, хатта алға китешкә аяҡ салырға ынтылыу һымаҡ баһалай. Нисек инде, ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, ир өсөн төрлө тәмле ризыҡтар бешереп, уны ҡыуандырған саҡта ниндәйҙер тауҙың йәки йылғаның дөрөҫ исеме хаҡында баш ватып ултырмаҡ кәрәк? Ярай ҙа, бының өсөн ҡутарып аҡсаһын түләһәләр бит әле! Әминә нимә эшләй инде? Әгәр беҙгә ошондай яуаплы эш ышанып тапшырғандар икән, алғы планда ғаилә мәшәҡәттәре, балалар үҫтереү, кер йыуыу, арзанлы ит эләктереү, мыжыҡ ирҙе һыйлау һәм тәрбиәләү түгел, юғарыраҡ маҡсаттар – ер-һыу атамаларының исемен аяҡҡа баҫтырыу – торорға тейеш икән.
Үҙегеҙ беләһегеҙ, архив арзанлы тауарҙар магазины йәки дауахана түгел. Кешеләр уның ишеген бик һирәк аса.
Йәйге осор. Тышта тын алғыһыҙ эҫе. Кешеләр һыу буйҙарына ял итергә ынтылғанда архивтың ҡағыҙ саңы менән тулған тынсыу һауаһын һулау тик түҙемлеләргә генә тура килә. Эйе, ул көндө Әминә Йәлил ҡыҙы барыһы өсөн бер үҙе эшләп ултыра ине. Бик зыялы кейенгән, тәү ҡарамаҡҡа уҡ костюмы ғына 40-50 мең һумлыҡтыр, бик ҡиммәтле күҙлек таҡҡан зәп-зәңгәр күҙле, оҙон, һомғол буйлы бер ир заты килеп инде.
Быға тиклем кейенгән түгел, бөтөнләй кейенмәгән ир-ат һүрәтенә лә күҙ һалып өйрәнмәгән Әминә был юлы, үҙе лә һиҙмәҫтән, еңелсә һоҡланыу тойғоһо кисерҙе, хатта бар эшен онотто, ул мауыҡҡан ер-һыу атамалары ла онотола төштө. Ә был затлы ир нимә эшләне инде?
– Хәйерле иртә, Әминә Йәлил ҡыҙы! Минең исемем – Әхмәтдин. Һеҙ мине белмәйһегеҙҙер. Үткәнендә лә килгәйнем, ләкин һеҙҙең бушамауығыҙ күренеп тора ине, – тине ул һәр һүҙенә серле һәм етди баҫым яһап. – Мин һеҙҙең ошондай матур, ҡояшлы һәм эҫе көндә подвалда ҡаһармандарса ултырыуығыҙҙы бик юғары баһалайым. Бындай батырлыҡ өлгөһөн һеҙ генә күрһәтә алаһығыҙ.
Әминә бындай һүҙҙәрҙән юғалып ҡалды. Бындай маҡтау һүҙҙәрен уға быға тиклем ишетергә тура килмәгәйне.
– Рәхмәт! – тине ул. – Мин һеҙҙең йомошоғоҙҙо үтәргә әҙермен.
– Бик яҡшы! – тип яуап бирҙе ир, зәп-зәңгәр күҙҙәрен сылт-сылт йомғолап. – Күреп торам, эш сәғәте бөткәнгә тиклем урынын ҡалдырып китә торған ҡатынға оҡшамағанһығыҙ. Шуға, мин һеҙҙең эргәгә теүәл алтыға киләм һәм ресторанға киске ашҡа саҡырам.
Әминә шул тиклем юғалып ҡалды, ихлас йылмайҙы, башын ҡағып, ризалығын белдерҙе.
Әхмәтдин, башын эйеп, рәхмәт әйтте лә, сығып та китте.
Әминә ханым эш араһында үҙенең коллегаларын урынына ултыртып торҙо һәм, тиҙ генә ҡайтып, байрамса кейенеп килде, билдәләнгән сәғәтте көтә башланы. Теүәл алтыла ишектә раузаларҙан ғына торған ҙур гөлләмә барлыҡҡа килде һәм уның артында сәскәләр хужаһы – Әхмәтдин күренде.
Улар ресторанда ун беренсе киткәнсе ултырҙы. Әминә менән Әхмәтдин шунда уҡ үҙҙәренең бер-береһенә оҡшауҙарын, бер пар булыуҙарына төшөндө. Ир ҡатындың ҡулдарынан ғына тотоп ултырҙы, аҙаҡтан ул Әминәне өйөнә тиклем оҙатып ҡуйҙы, хатта артабанғы дәғүәләргә урын ҡалдырмаҫлыҡ итеп, ҡулынан еңелсә генә үпте.
Аһ! Шундай ирҙәр ҙә булыр икән! Әминә бик оҙаҡ итеп тәҙрәнән, Әхмәтдин күренмәҫме, тип ҡарап торҙо. Уның күҙ алдында өр-яңы, бығаса ул күрмәгән, һиҙмәгән, хатта инҡар иткән тормош асылғандай булды. Кем белә, бәлки үҙенә ошо ир тура килһә, унан бик шәп хеҙмәткәр ҙә, уңған хужабикә лә сығыр ине. Юҡ, был матур, әҙәпле, күҙенә генә ҡарап торған ир, ысынлап та, уны бәхетле итер өсөн килдеме икән? Улай булһа, Әминә ғаилә ҡарарға ла, ирҙең шуҡлыҡтарына түҙергә лә, балаларын тәрбиәләргә лә риза булыр ине. Шул ваҡыт Әминә икегә бүленгән һымаҡ булды. Береһе уның, асыуланып, “ҡарт ҡыҙ” һүрәтенә инеп, элекке холоҡ-фиғелен көҫәһә, икенсеһе, әле ҡамыт күрмәгән бейә һымаҡ, элекке тәртәһенән ысҡынырға, яңы тормошҡа баштан-аяҡ сумырға ынтыла һымаҡ. Улайға китһә, Әминәнең байтаҡ ғүмере бушҡа үткән, әрәм булған. Хәҙер уға үҙенең хаталаныуын танырға һәм Әхмәтдин менән бергә булыу өсөн күп кенә инаныуҙарынан баш тартырға тура киләме инде? Ә коллегалары нимә әйтер һуң?
Улайға китһә, Әминәгә был ирҙе фатирына индерергә тура киләсәк. Ул тиҙ генә тороп, фатирҙы ҡарап сыҡты. Әсәһе мәрхүмәнән мираҫ сифатында ҡалған ике бүлмәле генә фатирҙа Әхмәтдин һымаҡ ир-ат күҙенә эләгерлек нимә генә булһын инде. 7-8 квадрат метрлы аш бүлмәһе, 10 квадрат метрлы йоҡо бүлмәһе һәм 14 квадратлы зал. Юҡ! Әхмәтдин бындай шарттарҙа йәшәүҙе мөрхәтһенмәйәсәк. Ярай, тәүге осор бер-ике йыл йәшәрҙәр. Балалар тыуасаҡ. Улар бында һыйышырмы? Ошондай күңелһеҙ уйҙар Әминәне борсолорға мәжбүр итте һәм, үҙе лә һиҙмәҫтән, Әхмәтдингә СМС-ка ебәрҙе. Ике лә уйлап торманы: “Шундай матур кисә өсөн рәхмәт! Оҙаҡламай осрашыуыбыҙға өмөт итәм!” тип яҙҙы.
Әхмәтдин өйгә инергә, фатир менән танышыуға артыҡ бер дәғүә лә белдермәһә лә, көн һайын Әминәне эшенән килеп алды һәм аралашыу кино-концерт залдарында, әлбиттә, ресторандарҙа дауам итте. Улай ғына булһа ярар, хеҙмәттәштәре, ҡасан ғына “ҡарт ҡыҙ” тип исеме сыҡҡан ҡатындың холҡоноң тамам үҙгәреүенә иғтибар итте. Әминәбеҙ үҙен яңы тормошҡа әҙерләй, тип һығымта яһаны коллегалары. Йәнәһе, йә, беҙҙең һымаҡ йәшәп ҡара инде, күрербеҙ. Эш хаҡың ҡәнәғәтләндерерме, балаларың һине һанға һуғырмы, ирең эшенән һуңлап, иҫереп, күлдәген ирен буяғысҡа таплап ҡайтмаҫмы?
Алда әйтеүебеҙсә, ир бик абруйлы булмаған фатирға күтәрелергә дәғүә итмәһә лә, Әминә уны саҡырырға батырсылыҡ итте.
Әхмәтдин көслө, ярата белеүсе ир икәнлеген Әминәгә тулыһынса күрһәтеүгә өлгәште. Һөйөүгә сарсаған, мөхәббәтте танһыҡлаған ҡатын көслө һәм арыу-талыуҙы белмәгән ирҙең ҡосағында илап ҡуйҙы.
Иртән уянып китһә, ул бит эшкә һуңлаған! Үҙ ғүмерендә беренсе тапҡыр! Ҡайһылай оят! Коллегалары ишетһә, көлөр инде! Ир ҡосағына бер инеп батҡас, эшен дә, мауығыуҙарын да онотто, тип тел сарларҙар. Ә Әхмәтдин ҡайҙа һуң? Ни эшләп күренмәй? Әминә, тора һалып, бүлмәләрен ҡарап сыҡты. Ишек төбөн ҡараһа, ирҙең аяҡ кейеме юҡ. Һиҙҙермәй генә сығып киткән. Тимәк, уятмайым, борсомайым, тигәндер инде. Ә аш бүлмәһендәге өҫтәлдә бер ҡағыҙ күренә. Унда нимә яҙылған инде?
“Их, һин, алйот ҡатын! Һин үҙеңдең эшеңә, мауығыуыңа ышыҡланып, ир төҫө лә күрмәгәнһең икән. Хатта, тәүгеһе килеп эләгеү менән, уның ҡосағына ташландың. Төндә һин миңә бик оҡшаның. Шуның менән, мин мөнәсәбәттәребеҙгә нөктә ҡуям. Һин миңә кәрәкмәйһең. Бәлки ошо хәл тормошта бик күпте юғалтҡаныңды, саҡ ҡына булһа ла, төшөндөрөр. Ысын ирҙәр ысын ҡатындарҙы ярата. Ә һиңә ҡатын булыу өсөн бик ныҡ тырышырға кәрәк әле”.
Был яҙыуҙы ҡатын ҡат-ҡат, илай-илай уҡыны. Ниндәй мәсхәрә! Быны бит махсус рәүештә ойошторғандар! Ул илап, шешенеп бөттө. Ниңә генә ризалаштым, ниңә өйөмә саҡырҙым, тип ҡат-ҡат үкенде, хатта эшкә лә бара алманы. Өҫтәүенә, тағы телефонына СМС-ка килеп төштө: “Ни хәл, әхирәт һәм коллега? Бик шәп төн үткәргәнһең, тигән хәбәр килде. Ҡотлайбыҙ! Ха-ха-ха! Хәтерләйһеңме, үткәнендә генә тәртипһеҙ балаларығыҙҙы, аҙғын ирҙәрегеҙҙе, бәләкәй генә эш хаҡын өйөгөҙҙә ҡалдырып килегеҙ. Бында эш һәм дәүләт мәнфәғәттәре хаҡында ғына һөйләшергә! – тип күрһәтмә бирә инең. Хәҙер үҙеңдең кем икәнлегеңде, бер төн эсендә, күрһәтеп һәм раҫлап киттеләр. Ә һин “текә” ҡатын түгел, ә ҡатын-ҡыҙ булыу бәхетенән мәхрүм ителгән йән эйәһе генә икәнһең”.
СМС-каны кем ебәргәнен бик оҙаҡ эҙләп ҡараны, ләкин осона сыға алманы. Хатта был тетрәнеүҙән һуң сирләп алырға тура килде. Аҙаҡ өҫтәп, йыллыҡ отпускыһының ике аҙнаһын тотондо.
Ә инде эшкә килеп ингәндә ишектә бөтөнләй икенсе Әминә Йәлил ҡыҙы күренде. Һәр береһен тыңлай, кәрәк булһа, ярҙам итә, кәңәш бирә, ғаилә хәлдәре менән ҡыҙыҡһына, хатта үҙе кәңәш һорай. Ике-өс ай ҙа үтмәне, үҙе һымаҡ яңғыҙ бер ир менән танышты. Ул да ер-һыу атамалары менән ҡыҙыҡһына икән. Өҫтәүенә, күптән түгел ҡатыны үлгән. Ауырлыҡ менән балаларын ҡарауы ла мәғлүм булды. Шуларҙы бер барып күргәйне, күңеле тамам ирене лә ҡуйҙы. Ҡыҙ менән малай үҙҙәре лә яңы әсәйҙе ихлас ҡабул итте. Никах уҡытып ҡына йәшәй башлағайнылар, оҙаҡламай, Әминәнең ауырлы икәнлеге билдәле булды. Шулай, күпме генә ваҡыт үтте, ә кисерештәр бер нисә ғүмергә етерлек. Ана, кереп килә беҙҙең апайыбыҙ. Тәү ҡарамаҡҡа ғына ҡырыҫ күренә ул. Сөнки балалары үҫеп етте. Шаяндар. Хәҙер икәү түгел, өсәү бит. Бына шулай тормош. Бер ваҡытта ла, юҡ, тип әйтергә ярамай. Үҙең, баш тартып, һөйләп йөрөйһөң, уның ҡарауы, үҙ юлыңды, әхирәттәреңдең тормошон күрәләтә ҡабатлайһың да ҡуяһың. Яҙмыштан ҡасып булмай шул.
Г. Әлибаева
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: