Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Сентябрь 2020, 12:24

Техника тышта тормаясаҡ

Әлеге көндә Һайран ауылында апрель айында асылған янғын һағы бүлексәһе уңышлы эшләп килә. Ошо көндәрҙә унда махсус техниканы һаҡлау өсөн ваҡытлыса ангар урынлаштырылды.

Әлеге көндә Һайран ауылында апрель айында асылған янғын һағы бүлексәһе уңышлы эшләп килә. Ошо көндәрҙә унда махсус техниканы һаҡлау өсөн ваҡытлыса ангар урынлаштырылды.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре урындағы хакимиәт вәкилдәре менән берлектә һүтелмәле гаражды хәүефһеҙлек шарттарын үтәлеүгә тикшереүҙә һәм рәсми ҡабул итеүҙә ҡатнашты.
- Һайран ауылы биләмәһендә бындай өрҙөрмәле ваҡытлыса ангарҙы ҡуйыу республикала тәүге тәжрибә булып тора. Ул төрлө һауа торошона сыҙамлы, 60 градус һыуыҡтан 70 градус эҫегә тиклем иҫәпләнгән. Һүтелмәле гаражды алдан нигеҙ әҙерләмәйенсә, теләгән ерҙә ҡороп ултыртырға була. Бындай бокстарҙың хеҙмәтләндереү осоро 15 йылдан арта, - тип уртаҡлашты Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Кирилл Первов. - Янғын-ҡотҡарыу көстәре үҫеше стратегияһы 2030 йылға тиклем ғәмәлгә ашырыла, һүтелмәле ангарҙарҙы башҡа райондарҙа ла ҡулланасаҡбыҙ.
Һайран ауылы биләмәһендә стационар янғын депоһын төҙөү буйынса проект әҙер. Төҙөү эштәре ноябрь айында башланып, объект киләһе йылда файҙаланыуға индереләсәк.
- Һайран ауылында янғын һағы бүлексәһе төбәк етәксеһенең «Башҡортостан Республикаһының 2024 йылға тиклем социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһы тураһында» указына ярашлы асылды. Был проект урындағы халыҡ өсөн ҙур социаль әһәмиәткә эйә. Штатта барлығы 18 хеҙмәткәр иҫәпләнә, уларҙың араһында алыҫ себерҙән ауыр эшен ташлап ҡайтҡандар ҙа бар, - тип уртаҡлашты муниципаль район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов. Бындағы янғын һағы бүлексәһе тәүлек әйләнәһенә эшләй. Ул Сәлихтан алып Әсеяланға тиклем 12 ауылды хеҙмәтләндерә.
Барлыҡ хеҙмәткәрҙәр ҙә ғинуар айынан алып Ишембай һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларының янғын-ҡотҡарыу частәрендә әҙерлек үткән. Бүлексә заманса техника менән тәьмин ителгән – ҡул аҫтында 6 кубометр һыу һыйҙырышлы ике яңы автомашина булыуы янғынға ҡаршы тора алыу кимәлен күпкә күтәрҙе
Фото: Ольга Вәлитова.
Читайте нас: