Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Сентябрь 2020, 01:40

Поликлиника үҙ асылын һаҡлай

Әлеге көндә Ишембай үҙәк район дауаханаһының Докучаев урамы, 10А адресы буйынса урынлашҡан поликлиникала капиталь ремонт бара. Ундағыучастка табиптары эшен Стахановсылар урамындағы поликлиникаға күсереү, дөйөм медицина хеҙмәтләндереүен ремонт осорона үҙгәртеп ҡорорға мәжбүр булыу, әлбиттә, халыҡ араһында ниндәйҙер кимәлдә ризаһыҙлыҡ, көсөргәнеш тыуҙырҙы. Һүҙҙе төрлө имеш-мимеш тә ҡуйырта, “Көньяҡ биҫтәһендәге поликлиника бинаһы ремонттан һуң шәхси ҡулдарға тапшырыласаҡ, пациенттарҙы хеҙмәтләндереү түләүле була икән”тигән хәбәрҙе күптәребеҙ ишетеп өлгөргәндер.Был мәғлүмәткә рәсми аңлатма алыу маҡсатындабеҙ Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Валерий ШАПОЧКИНҒА мөрәжәғәт иттек.

Әлеге көндә Ишембай үҙәк район дауаханаһының Докучаев урамы, 10А адресы буйынса урынлашҡан поликлиникала капиталь ремонт бара. Ундағыучастка табиптары эшен Стахановсылар урамындағы поликлиникаға күсереү, дөйөм медицина хеҙмәтләндереүен ремонт осорона үҙгәртеп ҡорорға мәжбүр булыу, әлбиттә, халыҡ араһында ниндәйҙер кимәлдә ризаһыҙлыҡ, көсөргәнеш тыуҙырҙы. Һүҙҙе төрлө имеш-мимеш тә ҡуйырта, “Көньяҡ биҫтәһендәге поликлиника бинаһы ремонттан һуң шәхси ҡулдарға тапшырыласаҡ, пациенттарҙы хеҙмәтләндереү түләүле була икән”тигән хәбәрҙе күптәребеҙ ишетеп өлгөргәндер.Был мәғлүмәткә рәсми аңлатма алыу маҡсатындабеҙ Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Валерий ШАПОЧКИНҒА мөрәжәғәт иттек.
Валерий Сергеевич халыҡты борсоғанһорауға асыҡлыҡ индереп кенә ҡалманы,ә ғөмүмән әлеге көндә поликлиникаларҙа барған капиталь ремонт буйынса мәғлүмәт менән дә уртаҡлашты:
- Ишембай ҡалаһы биләмәһендә һаулыҡ һаҡлау системаһының 13 объекты урынлашҡан – әлеге көнгә уларҙың икәүһе тулыһынса ремонтланды. Балатабыу йорто ошо йылдың февраль айында файҙаланыуға тапшырылһа, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында ремонт эштәре 30 июнгә тамамланды. Ә Седов урамы, 1-се йорт адресы буйынса балалар поликлиникаһында капиталь ремонтты йыл аҙағына тамамлау бурысы тора.
Ҡаланың Көньяҡ биҫтәһендәге (Докучаев урамы, 10А) поликлиника бинаһы күптән капиталь ремонтлауға мохтаж ине. Реконструкциялауға смета буйынса 46 миллион һум бүленергә тейеш. Быйыл республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығы ремонт эштәренә был сумманың 20 миллионһумын бирһә, ҡалған аҡса киләһе йыл башынан күсереләсәк. Ремонт эштәрен тамамлау 2021 йылдың 31 майына билдәләнгән.
Әлеге мәлдә поликлиника бинаһында яңы тәҙрәләр ҡуйыла, йылылыҡ системаһы яңыртыла. Электр, һыу һәм канализация селтәрҙәрен алыштырыу буйынса аукцион ойошторолдо. Ҡалған ҙур ремонт эштәрекиләһе йылда дауам итәсәк.
Докучаев урамы, 10А йорт адресы буйынса урынлашҡан поликлиника шәхси ҡулдарға тапшырыла икән, тигән хәбәр бөтөнләй урынһыҙ. Беренсенән, был поликлиника – дәүләт милке. Икенсенән, бындай медицина объектын түләүле хеҙмәтләндереү маҡсатында шәхси ҡулдарға тапшырыу закон менән тыйыла. Поликлиника бинаһын капиталь ремонтлау ни бары пациенттарға уңайлы шарттар тыуҙырыу өсөн башҡарылғанын халыҡ аңлап ҡабул итһен ине.
Эйе, киләһе йылда Стахановсылар урамы,75-се йорт адресы буйынса урынлашҡан поликлиника етәкселеген Докучаев урамы, 10А адресындағы бинаның өсөнсө ҡатына күсерергә планлаштырабыҙ. Был Стахановсылар урамындағы поликлиника мөмкинлектәрен киңәйтеү өсөн мөһим. Шулай уҡ яңыртылған поликлиниканың икенсе ҡатында ҡаланың үҙәк лабораторияһы урынлаштырыласаҡ. Бында пациенттарҙың үҙ участкалары буйынса тапшырған анализдары заманса ҡорамалдарҙа тикшереү үтәсәк. Беренсе ҡатта бөтә учреждениеларҙың медицина инструменттарын стерилләү бүлеге эшләйәсәк. Ошонда уҡ ҡан менән тәьмин итеү хеҙмәте ләэшен дауам итәсәк.
Бөгөнгө көндә поликлиниканың ремонтҡа ябылыуы арҡаһында Стахановсылар урамы, 75-се йорт буйынса урынлашҡан бинала ни бары сирле пациенттар ҡабул ителә. Медицина тикшереүен үтеүселәргә Пролетар урамы, 28 адресына мөрәжәғәт итергәкәрәк. Халыҡты ҡабул итеү өсөн бинаныңике ҡаты ла файҙаланыла.
Стахановсылар урамы, 75-се йорт адресы буйынса урынлашҡан поликлиникала сират йыйылыуы ауырыу һәм һау пациенттарҙың ағымын айырыу менән бәйле. Кешеләр күп йыйылған кабинеттарҙы контролгә алырға тырышабыҙ. 1 октябргә регистратура урынын киңәйтергә уйлайбыҙ. Бер юлы 5-6оператор эшен ойоштороп, пациенттарҙы табипҡа яҙыу һәм кәрәкле документация менән тәьмин итеүҙе тиҙерәк алыпбарасаҡбыҙ.
Пациенттарҙың табиптарға алдан яҙылмайынса килеүе лә ҙур сиратҡа килтерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халыҡтың 55 проценты ғына 1301 телефон һандары буйынса берҙәм медицина порталы хеҙмәте менән файҙалана. Район һәм ҡала халҡына мөрәжәғәтем – зиһар, был хеҙмәт менән ҡулланығыҙ.
Стахановсылар урамы, 75-се йорт адресындағы поликлиникала кабинеттарҙы урынлаштырыу тәртибе буйынса тәҡдимдәрегеҙ бар икән, уларҙы [email protected] электрон адресына ебәреүегеҙҙе һорайбыҙ. Ваҡытлыса килептыуған уңайһыҙлыҡтарҙы бергәләп хәлитербеҙ, тип ышанам.
Читайте нас: