Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Сентябрь 2020, 12:08

Мөмкинлектәрҙе белергә һәм ҡулланырға кәрәк

Ишембай районында ауыл биләмәһе хакимиәттәре, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары башлыҡтары, ғәмәлдәге ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары вәкилдәре һәм эш башларға тороусылар менән кәңәшмә үтте.

Ишембай районында ауыл биләмәһе хакимиәттәре, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары башлыҡтары, ғәмәлдәге ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары вәкилдәре һәм эш башларға тороусылар менән кәңәшмә үтте.
Республиканың ауыл хужалығы консультациялау үҙәге директоры Ирек Сакаев сарала ҡатнашыусыларға гранттар яулап булмаған осраҡта ла кооперацияны киңәйтеү иҫәбенә ауыл хужалығы продукцияһын етештереүгә сығымдарҙы кәметеү тураһында аңлатты.
Ул ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарының сығымдарын ҡаплатыу һәм уларҙың матди-техник базаһын үҫтереү алымдарына айырым иғтибар бирҙе. Атап әйткәндә, Ирек Сакаев пайсыларҙан сеймал һатып алғанда уның хаҡынан 10 процент күләмендә, шулай уҡ кооператив ағзалары өсөн мал һәм техника алыу өсөн сығымдарҙың бер өлөшөн республиканың Ауыл хужалығы министрлығы субсидиялауын, ошоноң менән дөйөм сығымдарҙы ҡаплап булыуҙы аңлатып үтте.
Ирек Зөфәр улы, әҙҙән генә башлап, ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшкән кооперативтарҙың аныҡ миҫалын килтерҙе. Мәҫәлән, 2017 йылда Иҫке Балтас ауылында булдырылған “Аҡбар” ауыл хужалығы кооперативы һөт, ҡатыҡ, ряженка етештереүҙе һәм фасовкалауҙы уңышлы ойоштора алған. Әле хужалыҡ тауарҙарҙы ташыу өсөн цех төҙөй, ит эшкәртеү һәм консервалау, хайуандар өсөн әҙер аҙыҡтар етештереү менән шөғөлләнә.
- Кооперацияла иң мөһиме – ауылда йәшәп килемен арттырырға теләгән халыҡтың башланғысы, - тип билдәләне Ирек Сакаев.
Ә эшмәкәрлек өсөн юлдар күп төрлө. Шулай һуңғы ваҡытта кооперативтар һөт һәм ит етештереү кеүек традицион йүнәлештәрҙе генә түгел, ә дарыу үләндәре йыйыу, балды һатыуға күркәм итеп сығарыу кеүек йүнәлештәрҙә лә махсуслаша. Бер урында тапанмау, яңы юлдар эҙләү үҙен аҡлай, шуға күрә инициативалы төркөмдәр менән эште дауам итергә кәрәк.
- Ауыл хужалығы ҡулланыу кооперативтарына ярҙам системаһы эшләүен ике йыл эсендә үҙебеҙҙең районда күрә алдыҡ - биш ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы теркәлде. Бөгөнгө көндә уларҙың икәүһе Маҡар ауыл биләмәһендә ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү менән шөғөлләнә, Йәнырыҫ, Ишәй һәм Көҙән ауыл биләмәләрендә лә берешәр кооператив бар. Тағы өс әүҙем башланғыслы төркөм бар, улар районда мал һуйыу пункттары булдырырға һәм дарыу үләндәре йыйыуҙы ойошторорға ниәтләй. Был йүнәлештәрҙең барыһы ла көнүҙәк, - ти Ишембай мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры, крәҫтиәнфермер хужалыҡтары буйынса белгес Рөстәм Әминов.
Ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәргә ярҙам күрһәтеү күләме республикала йылдан-йыл артыуын да билдәләргә кәрәк. Шулай уҙған айҙарҙа беҙҙең районда ошо өлкәлә эшләүселәргә дөйөм суммаһы 37 миллион һум булған ете грант бүленгән, шул иҫәптән - өс ғаилә фермаларына һәм бер эш башлаусы фермерға.
Ә ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүҙе үҫтереүгә субсидияларҙың дөйөм күләме беҙҙә 90 миллион һумға яҡын тәшкил иткән. Был аҡсалар фермерҙар һәм хужалыҡтар тарафынан минерал ашламалар, орлоҡтар, техника һатып алыуға йүнәлтелгән.

Ольга ВӘЛИТОВА фотоһы.
Читайте нас: