Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Сентябрь 2020, 22:28

Оҙаҡ йәшәйем тиһәң... бер нисә кәңәш

Япондар тән һәм рух сәләмәтлеген һаҡлап ҡалыу өсөн түбәндәге кәңәштәрҙе тәҡдим итә.

Япондар тән һәм рух сәләмәтлеген һаҡлап ҡалыу өсөн түбәндәге кәңәштәрҙе тәҡдим итә.
* Йәшелсә ашағыҙ. Туҡланыу рационында көн һайын аҙ ғына булһа ла йәшелсә йәки емеш булырға тейеш.
*Оло йәштәге кешеләрҙең организмы өсөн май бик кәрәк. Үҫемлек һәм зәйтүн майында ғүмерҙе оҙайтыу өсөн файҙалы матдәләр бар.
*Саф һауала, тәбиғәт ҡосағында күберәк ял итергә тырышығыҙ. Көн һайын физик күнегеүҙәр яһарға кәрәк.
*Күңел тыныслығы ла кеше өсөн мөһим. Ваҡ-төйәк мәшәҡәттәргә артыҡ борсолмағыҙ, киреһенсә, һәр нәмәнең яҡшы яғын табырға тырышығыҙ. Ғалимдар фекеренсә, әгәр ҙә кеше бойоҡ йөрөһә, йыш ҡайғырһа, уның иммун системаһы организмды төрлө инфекция ауырыуынан (хатта яман шештән) һаҡлаусы күҙәнәктәрҙе сығармай башлай икән.
*Яҡшы кәйеф - сәләмәтлек сығанағы. Көлгән ваҡытта бит кенә түгел, ә эс, ашҡаҙан, диафрагма мускулдары ла эшләй. Шулай уҡ тын юлдары ла таҙара.
*Йоҡо ваҡытты бушҡа уҙғарыу түгел. Ул - организм өсөн кәрәкле ял.
*Һыуыҡтан ҡурҡмағыҙ. Гел йылы кейенеп, төрөнөп йөрөмәгеҙ. Тән сынығырға тейеш.
*Беҙҙең үҙебеҙҙең дә ғүмерҙе оҙайтыу ысулдары бар. Уның сере - бал! Боронғо мәшһүр ғалимдарҙан Демокрит - 109, Анакреон - 115, Пифагор 90 йыл ғүмер кисергән.
Үҙҙәренең оҙаҡ йәшәү серен улар бал ашау менән аңлатҡан. Атаҡлы табип, ғалим, шағир Әбүғалисина: «Әгәр йәшлегеңде һаҡлап ҡалырға теләһәң, бал аша», - тигән.
Хәҙерге заман ғалимдары ла, күп йыллыҡ тәжрибәләргә таянып, балды даими ҡулланған кешеләрҙең, умартасыларҙың һаулығы ныҡ була һәм улар оҙаҡ йәшәй, тип раҫлай.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: