Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Сентябрь 2020, 22:04

БУШЛАЙ ПРИВИВКА КЕМДӘРГӘ ТЕЙЕШ ҺӘМ КИҘЕҮГӘ ҠАРШЫ ВАКЦИНАЦИЯ ТУРАҺЫНДА ҺИГЕҘ МӨҺИМ ҺОРАУ

Сентябрь-октябрь – киҙеүҙән прививка эшләтеү өсөн иң ҡулай ваҡыт. Быйыл, коронавирустың икенсе тулҡыны ихтималлығы шарттарында, иммунитетты нығытыу, үҙеңдең һәм яҡындарыңдың сәләмәтлеген хәстәрләү айырыуса көнүҙәк. Республика СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш үҙәге белгестәре менән берлектә вакцинацияға ҡағылышлы иң көнүҙәк һорауҙарға яуаптар әҙерләнек.

Сентябрь-октябрь – киҙеүҙән прививка эшләтеү өсөн иң ҡулай ваҡыт. Быйыл, коронавирустың икенсе тулҡыны ихтималлығы шарттарында, иммунитетты нығытыу, үҙеңдең һәм яҡындарыңдың сәләмәтлеген хәстәрләү айырыуса көнүҙәк. Республика СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш үҙәге белгестәре менән берлектә вакцинацияға ҡағылышлы иң көнүҙәк һорауҙарға яуаптар әҙерләнек.


Прививка? Ул ни өсөн кәрәк?


Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, йыл һайын планетаның һәр бишенсе кешеһе грипп йоҡтора, 250 меңдән бер миллионға тиклем кеше үлә. Йыл һайын!
Оҙайлы йылдар дауамындағы практика киҙеүгә ҡаршы прививка сирләү кимәлен – бер ярым тапҡырға, дауаханаға ятыу зарурлығын – ике тапҡырға, ауыр эҙемтәләр һәм үлем ихтималлығын минимумға тиклем кәметә.


Вакцина нисек тәьҫир итә?


Киҙеүгә ҡаршы вакцина иммун системаһына грипп вирусына ҡаршы көрәшеү өсөн антиесемдәр эшләп сығара. Антиесемдәр – организмдағы микробтарҙы һәм вирустарҙы таныған һәм улар менән көрәшкән аҡһым. Ике аҙнанан һеҙҙә иммунитет барлыҡҡа килә, бер айҙан ул тулы ҡеүәтенә эшләй башлай һәм яҡынса бер йыл самаһына етә. Тап шуға күрә прививканы йыл һайын һәм ноябрь башланғанға тиклем эшләтергә кәңәш итәләр. Эпидемия миҙгеленә яҡынлашҡан һайын иммунитет барлыҡҡа килеп өлгөрмәү хәүефе ҙур. Сир таралыуҙың иң юғары нөктәһе ғәҙәттә ғинуар аҙағы, февраль башына тура килә.


Түләүлеме, бушлаймы? Нисә һум тора? Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?


Прививканы бушлай эшләтергә лә мөмкин. Тәү сиратта быға хоҡуҡлы:
- алты айы тулған балалар;
- мәктәп уҡыусылары, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары студенттары;
- медицина һәм мәғариф, транспорт, коммуналь хеҙмәт тармаҡтары хеҙмәткәрҙәре;
- ауырлы ҡатындар;
- 60 йәше тулған ололар;
- хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар;
- хроник сирҙәр, шул иҫәптән үпкә, йөрәк-ҡан тамырҙары, метаболик тайпылыштар һәм һимереү менән ауырыған кешеләр.
Башҡалар ҙа бушлай прививка эшләтә ала, тик саҡ ҡына һуңыраҡ. Бының өсөн йәшәү урыны буйынса поликлиникаға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Унда вакцинацияның ваҡыты һәм тәртибе тураһында барыһын да һөйләрҙәр.
Әгәр көтөргә теләмәһәгеҙ, шәхси клиникаларҙа ла вакцина эшләтә алаһығыҙ, хаҡы яҡынса 1000 һум тора.


Нисек? Ауырлы ҡатындарға гриптан прививка яһатырға яраймы ни?


Ярай ғына түгел, кәрәк тә. Тик сифатлы вакцина һайлағыҙ. Бала тапҡан әсәләргә лә шунда уҡ прививка яһатырға кәңәш ителә: ҡатын-ҡыҙҙың хәлһеҙләнгән организмы һәр төрлө инфекцияларға тиҙ бирешеп бара, ә грипп ауыр эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Бынан тыш, прививка – сабыйҙы ҡурсалау сараһы ла, сөнки һаҡлаусы күҙәнәктәр әсә һөтө менән бәләкәскә лә күсә.


Балама минең рөхсәттән тыш прививка яһай алалармы?


Юҡ. Законға ярашлы, прививка – пациенттың рөхсәте менән генә эшләнгән медицина манипуляцияһы. Бәлиғ булмаған балаға прививка эшләү өсөн ата-әсәнең береһе йәки баланың законлы вәкиле яҙма рәүештә рөхсәт бирергә тейеш.


Прививканан һуң ауырыу ихтималлығы бармы?


Вакцина грипп менән ауырыуға сәбәпсе була алмай, сөнки етештереү процесында вирустың ауырыу ҡуҙғытыу һәләтен «үлтереп», һаҡлау тыуҙырыу сифатын ғына ҡалдыралар. Әгәр һеҙ прививка эшләтеп, ауырып китһәгеҙ, быға түбәндәгеләр сәбәпсе булыуы ихтимал:
- ниндәйҙер икенсе йоғошло инфекция;
- һаҡ барлыҡҡа килеп өлгөрмәгән осорҙа грипп вирусы менән «осрашыу» (иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: бының өсөн айға яҡын ваҡыт кәрәк);
- был ысынлап та грипп, тик прививка һөҙөмтәһендә ул еңел формала һәм эҙемтәләрһеҙ үтә.

Әгәр вирус гел үҙгәреш кисереп тора икән, ниндәй прививка кәрәклеген табиптар нисек белә?

Ысынлап та, грипп вирустары даими рәүештә үҙгәрә, шуға күрә вакцина ла йыл һайын яңыра. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы үткәрелгән тикшереүҙәр һәм тәжрибәләр нигеҙендә йыл һайын вакцинаның составы буйынса тәҡдимдәрен баҫып сығара. Бынан тыш, алдағы йылдарҙағы препараттарҙың һөҙөмтәлелеге иҫәпкә алына. Мәҫәлән, быйылғы йылдағы вакцинала – штамдың дүрт компоненты. Әгәр ҡыҙыҡһынһағыҙ, бына уларҙың исемдәре:
- A/Guangdong-Maonan/SWL1536/2019(H1N1)pdm09 ише вирус;
- A/Hong Kong/2671/2019 (H3N2) ише вирус;
- B/Washington/02/2019 (B/Victoria lineage) ише вирус;
- B/Phuket/3073/2013 (B/Yamagata lineage) ише вирус.

Прививкаға ҡарата ниндәй иҫкәрмәләр бар?

Бөтә башҡа вакциналарҙыҡы кеүек киҙеүгә ҡаршы прививканың да сикләүҙәре бар. Уны түбәндәге осраҡтарҙа эшләтергә ярамай:
- Тауыҡ аҡһымына аллергияһы булғандарға. Ҡайһы бер вакциналарҙа уның өлөшсәләре бар. Аллергия хаҡында мотлаҡ табипты иҫкәртергә кәрәк.
- Алты айға тиклем балаларға.
- Әгәр быға тиклем препарат составындағы берәй ҡатнашмаға аллергия булһа.
- Әгәр грипҡа ҡаршы прививка яһатыуға ваҡытлыса медицина тыйыуы булһа. Уны берәй инфекция менән ауырыған йәки хроник сирҙәре нығынып киткән кешеләргә бирәләр. Был осраҡта кәм тигәндә ике-дүрт аҙна тулыһынса һауығыуҙы көтөргә кәрәк. Әгәр сирләй башлап, үҙегеҙҙе насар тойһағыҙ – башығыҙ ауыртһа, танауығыҙ тонһа, быуындарығыҙ һыҙлаһа ла, прививка яһатмай тороғоҙ.


Вакцинацияға нисек әҙерләнергә?


Күптәргә грипҡа ҡаршы прививка яһатыу өсөн махсус әҙерлек талап ителмәй. Уны хатта башҡа вакциналар менән бергә эшләтергә лә мөмкин (туберкулезға ҡаршы вакцинанан тыш). Берҙән-бер шарт – ике төрҙәге вакцина тәндең төрлө өлөшөнә яһалырға тейеш.
Читайте нас: