Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Сентябрь 2020, 01:50

СҮПЛЕКТӘРҘӘН ҠОТОЛАБЫҘ

11-12 сентябрҙә “Таҙа йома” акцияһы сиктәрендә Скворчихала ауыл сүплеген рекультивациялағандан һуң ҡалған сүп-сарҙы йыйыуҙы ойошторғандар.

11-12 сентябрҙә “Таҙа йома” акцияһы сиктәрендә Скворчихала ауыл сүплеген рекультивациялағандан һуң ҡалған сүп-сарҙы йыйыуҙы ойошторғандар.
Зыярат һәм һарыҡ фермаһы артындағы был рөхсәтһеҙ сүплектәр ауылдың күптәнге проблемаһы ине. Ниһайәт, ундағы сүп-сарҙы техника менән сығарып бөтөп, урынын тигеҙләп ҡуйғандар. Техника менән өс көн дауамында барған эштәрҙән һуң бюджет өлкәһендә тырышыусылар ҙа үҙ өлөшөн индерә – ауыл советы, мәҙәниәт йорто, мәктәп, почта хеҙмәткәрҙәре ҡалған ваҡ сүп-сарҙы йыйған.
Биләмә хакимиәте был эштә ҙур ярҙам өсөн “Привалов” крәҫтиән-фермер хужалығына ла рәхмәтле. Эштәрҙең бер көнөн хужалыҡ үҙ өҫтөнә алып, техникаһын сығарған. Ауылдың старостаһы В. Павленко ла өмә ваҡытында тоҡтарҙағы сүп-сарҙы тейәү өсөн шәхси йөк машинаһын эшкә ҡушҡан. Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Сәлимә Герасименко әйтеүенсә, әле тағы бер өмәлек эш ҡалған. Ғөмүмән алғанда, ауылда сүп-сарҙы сығарыуҙа тотҡарлыҡ юҡ. Аҙнһына бер тапҡыр контейнерҙарҙы бушатып алып китеп торалар.
- Сүплекте күмәк көс менән бөтөрҙөк. Зинһар, ул урындарҙы ҡабат ҡыйға батырмайыҡ! Ул баҡса, төҙөлөш ҡалдыҡтары урыны түгел. Скворчихала өс контейнер майҙансығы, ике бункер бар. Әлеге көндә тағы бер майҙансыҡ булдырҙыҡ, унда 5 евроконтейнер ҡуйыласаҡ, - тип мөрәжәғәт итте Сәлимә Алтынтимер ҡыҙы Скворчиха халҡына.
Читайте нас: