Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Сентябрь 2020, 00:42

Ишембай, Бөрө һәм Бәләбәйҙе танып та булмаҫ әле

Ишембай, Бәләбәй һәм Бөрө ҡалалары бәләкәй ҡалалар һәм тарихи үҙәктәрҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса иң яҡшы проекттарға Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы һәм төҙөкләндереү өсөн гранттар алды.

Ишембай, Бәләбәй һәм Бөрө ҡалалары бәләкәй ҡалалар һәм тарихи үҙәктәрҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса иң яҡшы проекттарға Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы һәм төҙөкләндереү өсөн гранттар алды. Әле был ҡалалар эштәрҙе тамамлау өҫтөндә. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә бында алып барылған эшмәкәрлеккә яҡынса йомғаҡ яһалды. Улар тураһында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Николай Ельников һөйләне.
Программаның үҙенсәлеге шунда – бында күп яҡлы ҡараш ҡулланыла. Мәҫәлән, Бөрө ҡалаһында биләмәне төҙөкләндереү менән бер рәттән һыу һәм йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһын капиталь ремонтлау, юлдарҙы һәм яҡын-тирәләге биналар фасадын төҙөкләндереү бергә алып барыла. Бәләбәй һәм Ишембай ҡалаларында ла ошондай уҡ эштәр башҡарыла. Николай Ельников белдереүенсә, Башҡортостан ҡалаларын үҫтереү институты проекттарҙы әҙерләгән саҡта йәмәғәт тыңлауҙарына таянып, халыҡ фекерен иҫәптә тотоп эшләгән.
Оператив кәңәшмә ваҡытында был ҡалалар хакимиәттәре башлыҡтары башҡарылған эштәр тураһында һөйләне. Бөрөлә эштәр – 75, Ишембай һәм Бәләбәйҙә 90 процентҡа тамамланған. Яңы биләмәләрҙе асыу ҙур саралар менән бергә үтәсәк. Мәҫәлән, Бәләбәйҙә - Халыҡ-ара “Аксаков уҡыуҙары”ның ХХХ юбилей саралары (яҡынса 3 октябрҙә), Ишембайҙа - креатив индустриялар фестивале (10 октябрҙә), Бөрөлә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған “Балтанан бутҡа” фестивале (25 октябрҙә) үтәсәк.
– Эштәрҙе ваҡытында тамамларға кәрәк. Беҙ һеҙгә кәрәкле бөтә нимәне эшләнек. Бының менән көнө-төнө шөғөлләнегеҙ. Мин әлеге сараларҙы асыу тантаналарына килергә йыйынам, – тине Радий Хәбиров.
Әле ошондай уҡ эштәр Ағиҙел, Яңауыл, Мәләүез, Дүртөйлө ҡалалары һәм Николо-Березовка ауылында алып барыла. Улар бәйгенең икенсе этабында еңеүсе тип табылғайны. Радий Хәбиров беренсе вице-премьер Андрей Назаровҡа был ҡалаларҙа проектты тормошҡа ашырыуҙы контролдә тоторға ҡушты.
– Беҙгә артабан да бөтә Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнашыуҙы дауам итергә кәрәк. Киләсәктәге еңеүҙәр тураһында уйлайыҡ, – тине төбәк етәксеһе.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Альфия Мингалиева
Читайте нас: