Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Сентябрь 2020, 18:57

АЙЫРЫЛЫШЫУҘАН ҠАЛҒАН ЯРА (хикәйә)

60 йәшем тулған көндәрҙә мин артыма боролоп ҡарайым һәм үҙем өсөн иң иҫтәлекле ваҡиғаларҙы барларға тырышам һәм һиҫкәнеп ҡуям. Ун йәшлек малай күҙҙәре менән үҙем өсөн сикһеҙ яҡын кешеләрем – әсәйем менән атайымдың ябай булмаған тормошон күҙ алдымдан үткәрәм. Уларҙың мөнәсәбәте бик ҡатмарлы. Көн низағ, бәхәс, ҡысҡырышып әрләшеү һәм атайҙың бер нисә көнгә өйҙән сығып китеүе менән тамамлана торғайны. Ҡайҙа барһын, аҙаҡ, бер нимә булмағандай, ҡайтып инә һәм ашап туйғандан һуң йоҡларға ята.

60 йәшем тулған көндәрҙә мин артыма боролоп ҡарайым һәм үҙем өсөн иң иҫтәлекле ваҡиғаларҙы барларға тырышам һәм һиҫкәнеп ҡуям. Ун йәшлек малай күҙҙәре менән үҙем өсөн сикһеҙ яҡын кешеләрем – әсәйем менән атайымдың ябай булмаған тормошон күҙ алдымдан үткәрәм. Уларҙың мөнәсәбәте бик ҡатмарлы. Көн низағ, бәхәс, ҡысҡырышып әрләшеү һәм атайҙың бер нисә көнгә өйҙән сығып китеүе менән тамамлана торғайны. Ҡайҙа барһын, аҙаҡ, бер нимә булмағандай, ҡайтып инә һәм ашап туйғандан һуң йоҡларға ята. Әсәйем, хәҙер аңлауымса, йыуаш, килеп, баҙнатһыҙ, хатта әҙәпле ҡатын, атайым эргәһендә өлтөрәп йөрөй һәм уға нисек тә булһа ярарға тырыша. Ә атайым нимә эшләй? Ул оятһыҙ рәүештә сираттағы сәфәренә нигеҙ һалыр, сәбәп табыр өсөн, юҡҡа ғына һылтаулап, ҡысҡырына башлай, әсәйемде этеп ебәрә, миңә екеренә, һеңлекәшемә тымырға ҡуша. Аҙаҡ барыбер сығып китә һәм яңынан ҡайтып керә. Ике-өс көн үткәс. Шул арала беҙҙең хәл-ваҡиғаларҙы белгән атайымдың әсәһе, өләсәйем, күтәренеп, килеп етә. Уның килеүе беҙҙең ғаилә драмаһының, атай менән әсәйҙең мөнәсәббәттәренең тәрән көрсөктә икәнлеген күрһәтһә лә, беҙ һеңлем менән икәүләп өләсәйебеҙҙе шатлыҡтан, үрле-ҡырлы һикереп, ҡыуанып ҡаршы алабыҙ. Өләсәйҙең төпһөҙ һымаҡ күренгән ҡапсығынан ҡаҙмы, өйрәкме, тауыҡмы сыға, өҫтәлгә бауырһаҡтар өйөлә, хуш еҫле икмәк, кәнфит-шоколад хаҡында һүҙ ҙә юҡ. Туҡ ҡиәфәт менән йүгерешеп уйнағанда ҡолаҡҡа яҙа-йоҙа өләсәйем менән әсәйемдең атайҙың һуңғы мажаралары хаҡында һөйләшеүҙәре йоғоп ҡала. Мин – уҡыу, һеңлекәшем балалар баҡсаһы мәшәҡәттәре менән атайҙың ара-тирә юғалыуы, ниндәйҙер хәбәрҙәр килеүе хаҡында белмәй ҙә йөрөйбөҙ икән. Атай ҡайтып керә. Әлбиттә, ул өләсәйҙең беҙҙә икәнлеген белә, үҙен ғәйепле тоя, ләкин бирешергә, гонаһын танырға уйында ла юҡ. Өләсәйем атай менән әсәйҙе яраштырҙым, тип аҙмы-күпме тынысланып, ҡайтып китә, атайым тоғро ғына йөрөй, ләкин аҙна үтәме, юҡмы, хәтерләмәйем, ул тағы ла юғала.
Шул осорҙағы бала аҡылы менән аңлағанмын бит әле, атай ниңәлер сығып китә. Тимәк, уның юғалыуын туҡтатырға кәрәк. Мин өләсәйемдең сираттағы күстәнәсле сәфәренән һуң ҡәтғи тәҡдим индергәнмен: яңы йоҙаҡ һатып алырға, асҡысын атайға бирмәҫкә, ишекте бикләп ҡуйырға. Хәҙер көлкөлө яңғыраһа ла, мин был тәҡдимемде онотҡанмын. Ә әсәй бик оҙаҡ һөйләп йөрөнө, хатта көлкөгә борорға ла ынтылды.
Атайымдың ни өсөн әсәй менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрен низағҡа борорға ынтылыуын, тауыш күтәреүен байтаҡ йылдар үткәс кенә аңланым. Атайым яҡлаусыһыҙ ҡатыны алдында үҙе ифрат батыр ҡыйланһа ла, ғөмүмән алғанда, бик ҡурҡаҡ кеше булған. Әгәр ҡурҡмаһа, йыуаш әсәйемде ул тиклем рәнйетмәҫ, мәсхәрәләмәҫ, һуңғы сиккә еткермәҫ ине. Атай, ябай ғына итеп әйткәндә, айырылышыу теләгенең әсәй яғынан сығыуын көҫәгән. Хатта был осраҡта ла атайым айырылышыуға әҙер булмай сыҡты.
Әле лә белмәйем, атайым күберәк нимә менән шөғөлләнгәндер, һис юғы, урта ҡул түрәләрҙең береһе булғандыр, тип уйлайым, һәр хәлдә, биләгән вазифаһы үҙен аҙмы-күпме ирекле тойорға, әсәй әйтмешләй, ҡотороп алырға мөмкинлек биргәндер. Ул ниндәйҙер һылтау менән бер нисә көнгә юғалды. Ә беҙҙе әсәйем урындағы ял баҡсаһына ял итергә алып сыҡты, юлыбыҙ ҙур универмаг эргәһенән үтә. Күҙем үткер минең, атайҙың иҫке генә жигулийын йөҙҙәрсә автомобиль араһынан танып торам.
– Ана, атайҙың машинаһы! – тинем мин һис бер нимә уйламай.
Әсәй ҙә туҡтаны:
– Әйҙә, ҡарайыҡ әле! – тине ул.
Беҙҙең алдан ғына, ҙур-ҙур пакеттар күтәреп, атай менән бер ят ҡатын машинаға ултырып аҙаплана. Әле лә хәтерләйем, атай үҙен бик ҡәнәғәт һәм текә тота.
– Кискә ҡайтам. Көтөгөҙ! – тине ул һауалы ғына.
Әсәйемде мин шундай ҡиәфәттә беренсе һәм һуңғы тапҡыр күрҙем. Әле генә йыуаш һәм баҙнатһыҙ әсәйем күҙ алдында үҙгәрҙе:
– Ҡайтмайһың! Көтмәйбеҙ! – тине һәм теге ҡатынға, тыныс ҡына, төшөгөҙ, тип өндәште.
Ят ҡатын аптыранып атайыма ҡараны. Атайым әллә инәлеп, әллә янаған һымаҡ:
– Көтөп тор, хәҙер ҡайтам, – тип мөңгөрҙәне.
– Етәр! Күп көттөк беҙ һине! – тип әсәйем минең менән һеңлекәшемде “жигули”ға ултыртты һәм күҙ асып йомғансы, алда ултырған ҡатынды һөйрәп сығарып, ырғытты һәм, ҡуҙғалдыҡ, тип бойорҙо.
Атайым һөйләнә-һөйләнә ҡуҙғалды, ҡатындың нимәлер тип сәрелдәгәне генә ишетелеп ҡалды. “Жигули” шалтырлап, оло юлға сыҡты, әсәйем әйткәс, һулға боролдо, шунан һуң тағы ҡайҙалыр кереп китте һәм биш ҡатлы йорттоң бер подъезында туҡталды.
– Етәр! Беҙ айырылышабыҙ! Килтер паспортыңды! – тип ҡаты итеп өндәште әсәйем.
Әле генә әсәйемде иң һуңғы һүҙҙәр менән һүккән, һелтәнгән һәм янаған атайым ҡапыл телһеҙ ҡалды һәм инәлә башланы:
– Йә, әсәһе, ғәфү ит мине! Мине, беләһең бит, шулай холоҡһоҙмон. Балалар хаҡына ғәфү ит. Мин бит барыбер һинеке. Һиңә ҡайтмай, ҡайҙа барайым? Ҡуй инде, кисер. Һуңғы тапҡыр! Аҡтыҡҡы тапҡыр һорайым! Ғаиләне тарҡатмайыҡ! Мин һинән башҡа йәшәй алмайым, – тип инәлеүҙәре әле лә ҡолағымда сыңлап тора.
Мин шул ваҡыт атай яғында инем. Әсәй, ишетмәйһеңме ни, ул бит һүҙ бирә. Башҡа юғалмаясаҡ. Беҙҙе яратам, ти. Һинән башҡа йәшәй алмай бит ул. Хаталанғанымды байтаҡ йылдар үткәс кенә, күп кенә ғаиләләрҙең тарҡалыуының шаһиты булғас, төшөндөм һәм әсәйемде аңланым.
Әсәйем, беҙҙе уйлап, башҡа кейәүгә сыҡманы. Атайым иһә, бәхетен бер нисә тапҡыр һынап ҡараны, ләкин барыбер уңманы, шикелле. Ҡайтырға ла теләге бар ине. Өләсәйем йыш килә, килгән һайын, әсәйемде өгөтләй, кире яуап ишеткәс, үпкәләп, ҡайтып китә, аҙаҡ тағы ла өгөтләп ҡарай торғайны.
Ара-тирә атайым менән осрашыланыҡ. Әммә нимә хаҡында һөйләшкәнебеҙҙе хәтерләмәйем, моғайын, беҙ уртаҡлашыр һүҙҙәр булмағандыр. Иң һуңғы осрашыуҙарыбыҙҙың береһендә:
– Хәлдәр нисек, улым? – тип һораны.
– Яҡшы, зарланырлыҡ түгел, – тинем мин уға. – Һеңлекәшем дә һәйбәт. Әсәйем дә хәҙер пенсияла. Ейән-ейәнсәрҙәренән артҡаны юҡ.
Ә ул нимә ишетергә теләне икән? Бәлки унан башҡа тормошобоҙҙоң насар булыуын, үкенеүебеҙҙе ишетергә теләнеме икән? Белмәйем. Әсәйем беҙҙе кеше араһында кәм-хур итмәне, мин белгәне генә, икеме, өсмө урында эшләне. Йыуаш күренһә лә, әсәйебеҙ улы менән ҡыҙының күңелен күрә белә ине. Ғүмеренең аҙаҡҡы көндәренә тиклем шулай булды. Атай менән осрашыуҙан һуң, хәтерләмәйем, йыл үттеме икән, юҡмы икән, әсәйебеҙ балаларына ауырлыҡ һалмай ғына мәңгелек донъяға күсте. Ә йәшәрлеге бар ине, уның оҙаҡ һәм бәхетле йәшәүен теләгәйнек. Үҙ ҡулдарым менән һуңғы урынына һалғанда, тормошонда кисергәндәре уның ғүмерен ҡыҫҡартманымы икән, тип кенә уйлап ҡуйҙым.
Р.Ғәлимов
Фото: https://pixabay.com/ru
Читайте нас: