Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Сентябрь 2020, 19:05

Ауылдаштарҙы изге ғәмәл осраштырҙы

Бишенсе сентябрҙә ауылыбыҙ мәсетендә Аҙнай, Хажы һәм башҡа яҡын ауыл кешеләре йыйналыштыҡ. Илебеҙ тарихында булып уҙған яуҙарҙа баштарын һалып, тыуған ерҙәренә ҡайта алмай ҡалған ауылдаштарыбыҙ рухына, ошонда тыуып-үҫеп, ғүмерҙәрен тыуған ауылына арнаған, ситтә йәшәп тә һуңғы төйәгенә ҡайтып ятҡан, нәҫел ептәре өҙөлөп, хәйер-доға өмөт итеп ятыусы әрүахтар рухына Ҡөрьән аяттары уҡып, доғалар ҡылдыҡ.

Бөтә ғәләмгә ебәрелгән ошо һынауҙарҙы, ауырыуҙарҙы үткәреп ебәреп, яҡындарыбыҙ һаулығын, көткән донъяларыбыҙ именлеген, илкөндәрҙең тыныслығын, ил хужаларының миһырбанлығын өмөт итеп хәйерсаҙаҡалар өләштек, йән тыныслығы алып, йөрәктәребеҙҙе иман нурҙары менән нурландырып ҡайттыҡ.
Ошо матур мәжлесте ойоштороусы, бөтә мәшәҡәттәрҙе үҙ өҫтөнә алыусы Марат Сәйфулла улы Ғиниәтуллинға һәм уның ғаиләһенә ауыл халҡы, килгән ҡунаҡтар сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе.
Әле ҡасан ғына, дин – иҫкелек ҡалдығы ул, тип тәрбиәләнгән кешеләр, диндең тәрәнерәк тамыр йәйеүенә, илебеҙгә, ауылыбыҙға иман ҡайтыуына ихлас ҡыуана.
Мәсетһеҙ ауылыбыҙға ошо күркәм йортто төҙөп ултыртыусыһы ла Марат үҙе бит. Тирә-яғын тәртиптә тотоуҙы ла, йыл һайын үткәрергә кәрәкле ремонт эштәрен дә уларҙың ғаиләһе ихлас башҡара.
Мараттың улы Илнур йәш кенә булһа ла, аңлайышлы итеп, ялҡытмай ғына һөйләгән вәғәздәре һәр кемдең күңеленә хуш килде.
Ә ошо ауылда тыуып, Салауат ҡалаһында йәшәүсе ауылдашыбыҙ, данлыҡлы Мәхмүт ишандың вариҫы Фәнир Йәләевтың доғаларҙы еренә еткереп, матур тауыш менән уҡыуын күптәр беренсегә ишетте.
Йыл да ҡорбандар салып, мәсеткә дини байрамдарға килгән һәр кемде ихлас һыйлаусы Ғиниәтуллиндар ғаиләһе бөгөн дә ҡорбан итенән тәмле ризыҡтар менән ҡаршы алды.
Аллаһы Тәғәләнең ризалығы өсөн ҡылған изге ғәмәлдәребеҙ ҡабул булһын, уйлаған уй-ниәттәребеҙ тормошҡа ашһын – ошо уйҙар булды күңелебеҙҙә. Сараға килгән ауылдаштар мәжлестән шатланып, иманға һыуһаған күңелдәренә аҙыҡ алып, киләсәккә изге башланғыс булһын тигән теләктә таралышты. Ҡөръән аяттары үлгәндәр рухына бағышланһа ла, был беҙҙең үҙебеҙ, балаларыбыҙ өсөн мөһим икәненә инандыҡ. Ситтә йәшәүсе ауылдаштар ҙа ошондай осрашыуҙарға ҡайтып йөрөһөн ине. Ауылдарыбыҙ мәсетендә аҙан тауыштары яңғырап, иманға әйҙәп торһон!
Читайте нас: