Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Сентябрь 2020, 15:23

Сәлихта спорт майҙансығы төҙөлә

Ауыл биләмәләрендә төҙөкләндереү, дөйөм инфраструктураны үҫтереүгә маҡсатланған эштәр дауам итә.

Ауыл биләмәләрендә төҙөкләндереү, дөйөм инфраструктураны үҫтереүгә маҡсатланған эштәр дауам итә.
“Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһы буйынса быйыл муниципаль райондан өс заявка ыңғай баһа алған. Әлеге мәлдә Һайранда аллея төҙөлә, Петровскийҙа быға тиклем хәүефһеҙлек талаптары үтәлеше буйынса ҙур проблема хәл ителде – үҙәк урамда йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар һалынды. Сәлихтар ҙа оҙаҡламай универсаль спорт майҙансыҡтарында төрлө ярыштар ойоштора аласаҡ. Әлегә тиклем сәлихтар бындай мөмкинлектән мәхрүм ине. Әле резина япма түшәйһе, спорт ҡоролмаларын урынлаштыраһы ҡалған. Республика кимәлендәге “Айыҡ ауыл” конкурсында берҙәм ҡатнашып, үҙҙәрен сәләмәт тормош өсөн көрәштә танытҡан сәлихтар өсөн был, әлбиттә, ҙур бүләк. Был маҡсатҡа федераль һәм республика бюджетынан 2 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Фотолар ауыл биләмәләре хакимиәттәре архивынан.
Читайте нас: