Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Сентябрь 2020, 14:11

Юлда кеше ғүмере өҙөлдө

10 сентябрь кисендә Ишембай районында үлемгә килтергән юл-транспорт фажиғәһе булды.

10 сентябрь кисендә Ишембай районында үлемгә килтергән юл-транспорт фажиғәһе булды.

Ишембай районы буйынса Эске эштәр бүлегенең ЮХХДИ бүлеге мәғлүмәттәренә ярашлы, Маҡар ауылында йәшәүсе ир Үҙәк урамдағы хәүефле боролошта “Волга” машинаһында юлдан ситкә сығып оса. Ауыр йәрәхәттәр алған водителде дауаханаға еткерәләр, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны ҡотҡарып ҡалып булмай.

Ауыл халҡы әйтеүенсә, был боролошта бындай авариялар йыш булып тора. Иҫкәртеүсе юл билдәләре булыуға ҡарамаҫтан, тиҙлек режимын һаҡлап бармайҙар. Тимәк, ниндәйҙер башҡа сараһын күрергә кәрәктер?!
Читайте нас: