Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Сентябрь 2020, 19:30

Ишембайҙа “Тиҙ ярҙам” хеҙмәте яңы адресҡа күсте

Хәҙер станция Пролетар урамы, 26-сы йорт адресы буйынса ремонт үткәрелгән элекке кардиология бүлексәһе бинаһында урынлашты.

Хәҙер станция Пролетар урамы, 26-сы йорт адресы буйынса ремонт үткәрелгән элекке кардиология бүлексәһе бинаһында урынлашты.

Коллектив билдәләүенсә, күсенеүҙе улар ыңғай ҡабул иткән, сөнки эш шарттары яҡшыға үҙгәреүен тойғандар. Хәҙер уларға бүленгән майҙан күпкә иркенерәк.
Әлеге ваҡытта “Тиҙ ярҙам” хеҙмәте ҡул аҫтында 2018-2019 йылғы 9 медицина транспорты бар. Күптән түгел станция В класы буйынса комплектацияланған “УАЗ” машинаһын алған. Ул дауаханаға тиклемге этапта фельдшер бригадаһы тарафынан тиҙ ярҙам саралары күрһәтеү һәм пациенттарҙың хәлен мониторингылау өсөн тәғәйенләнгән. Сентябрҙә “03” хеҙмәтенең заманса медицина ҡорамаллы “Форд” автомобиле менән тулыланыуы көтөлә.
Читайте нас: