Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Сентябрь 2020, 01:52

Йыр-моңдан үрелгән ғаилә

Ҡурайҙа уйнаған гүзәл заттарҙы бик һирәк осратабыҙ. Ә бына ишембайҙар өсөн ул ят күренеш түгел. Байрамдарҙа уҡыусылары менән ҡурайҙа сығыш яһаусы Айгөл Минеғолованы күптәр белә. Ҡурайсының да оҫтаһы бит яҡташыбыҙ! Быйыл ул Өфөлә ҡурайсы ҡатын-ҡыҙҙар араһында уҙғарылған республика конкурсында 2-се урын яуланы. Мөләйем, ипле ҡатындың, өс бала әсәһенең эске донъяһы, күркәм ғаиләһе тураһында яҙыу теләге күптән бар ине. Ниһайәт, күрешеп һөйләшергә насип булды.

Ҡурайҙа уйнаған гүзәл заттарҙы бик һирәк осратабыҙ. Ә бына ишембайҙар өсөн ул ят күренеш түгел. Байрамдарҙа уҡыусылары менән ҡурайҙа сығыш яһаусы Айгөл Минеғолованы күптәр белә. Ҡурайсының да оҫтаһы бит яҡташыбыҙ! Быйыл ул Өфөлә ҡурайсы ҡатын-ҡыҙҙар араһында уҙғарылған республика конкурсында 2-се урын яуланы. Мөләйем, ипле ҡатындың, өс бала әсәһенең эске донъяһы, күркәм ғаиләһе тураһында яҙыу теләге күптән бар ине. Ниһайәт, күрешеп һөйләшергә насип булды.
Айгөл Минеғолова районыбыҙҙың данлы музыкаль нәҫеле Шәрифә менән Әнүәр Ниғмәтуллиндар ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килә. Атаһы музыка уҡытыусыһы булғас, Айгөл бәләкәйҙән ҡумыҙҙа, ҡурайҙа, мандолинала уйнарға өйрәнә, биш йәштән сәхнәлә бейей башлай.
- Ата-әсәйем уҡытыусы булғанғамы икән, бала саҡтан ошо һөнәр оҡшай. Мин – уҡытыусы, күрше -тирәләге ҡыҙҙар уҡыусы булып уйнай торғайныҡ. Шуға мәктәптән һуң Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына башланғыс кластар факультетына уҡырға инеүем яңылыҡ булманы, - ти Айгөл һөнәр һайлаған йылдарын хәтерләп.
Студент йылдары уҡыу, һөнәр алыу ғына түгел, ялҡынлы йөрәктәрҙе осраштырған йәшлектең иң күркәм осоро ла. Айгөл дә үҙенең ғүмерлек тормош юлдашын студент сағында осрата. Салауат ҡалаһының автовокзалында икеһе лә Стәрлетамаҡ автобусын көткән саҡта һөйләшеп, танышып китәләр һәм тиҙҙән бер бөтөндөң ике яртыһы булыуҙарын аңлайҙар.Ике йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң, Ишембай ҡыҙы менән Әлшәй егете яҙмыштарын бәйләй.
Өйләнешкәс, тәүҙә Биксәндә йәшәйҙәр, аҙаҡ ҡалаға күсенәләр. Мөхәббәттәренең емеше, донъяларын йәме - ҡыҙҙары Гөлнур, Гөлүзә, улдары Илһам хәҙер инде үҙҙәре ҙур
ярҙамсы.
Ғаилә башлығы Илнур Мазһар улы һөнәре буйынса агроном , тәүҙә ошо өлкәлә эшләй. Аҙаҡ эшҡыуарлыҡта үҙен һынап ҡарай. Һуңғы 13 йылда Себер тарафтарында быраулаусы ярҙамсыһы булып эшләй. Ҙур ғаиләне ҡарау, хәстәрләү ир кеше, атай иңендә булыуын йәштән аңлай ул. Һигеҙ балалы егәрле ғаиләлә үҫкән егет бала саҡтан эш рәтен белеп үҫә. Нимәгә тотонһа ла ҡулынан килә, ти уның хаҡта Айгөлө. Донъя көткәндә татыулыҡты арттырған, мөхәббәтте үҫтергән сифаттыр ул егәрлелек, ғаиләм тип йән атыу.
Айгөл Әнүәр ҡыҙы хеҙмәт юлын башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлай. Биксән мәктәбендә, ҡалала 8-се мәктәптә, Ә.Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында балалар менән эшләүҙә ҙур тәжрибә туплай. Бәләкәй кластар уҡытыусыһына музыкаль яҡтан һәләтле булыу бигерәк тә мөһим. Ниндәй генә сара уҙғарылһа ла, улар концерт номерҙары менән биҙәлеп бара. Йырға, музыка ҡоралдарында уйнауға оҫтарған балалар мәктәптең урта баҫҡысына ҡыйыу, һөнәрле булып баҫа.
Бынан 10 йыл элек Айгөл Минеғолованы ҡаланың балалар һәм үҫмерҙәр ижад һарайына халыҡ музыка ҡоралдары түңәрәген етәкләргә саҡыралар һәм әлегәсә ул унда йәш быуынды ҡурай, мандолина, ҡумыҙ серҙәренә өйрәтә. Уҡыусылары төрлө байрамдарҙы сығыштары менән биҙәп кенә ҡалмай, конкурстарҙа еңеүҙәр менән дә һөйөндөрә. Мәҫәлән, Ишембайҙа уҙғарылған “Күк ҡош артынан” халыҡ-ара конкурсында ҡурайсылар ансамбле һәм бер нисә тәрбиәләнеүсеһе лауреат һәм дипломант исемдәрен яулаған. Өфөлә “Хыял ҡанаттарында” халыҡара конкурсында ла ҡурай, мандолина буйынса призлы урынға лайыҡ булғандар.Тәүге тапҡыр ҡала һәм район кимәлендә ҡумыҙҙа уйнау буйынса уҙғарылған конкурста Гран-при яулауҙары ла уҡыусыларының иҫтәлекле ҡаҙанышы.
Уҡытыусының уҡыусыларына өлгө була алыуы мөһим. Айгөл Әнүәр ҡыҙы миҫалында тап ошоно күрәһең. Былтыр Салауат музыка колледжында ҡурайҙа уйнау буйынса белемдәрен арттырған. Үҙенә талапсанлығы быйыл уны Өфө сәнғәт институты магистратураһының ҡурай бүлегенә ситтән тороп уҡыуға этәргән. Туҡтауһыҙ эҙләнгән, камиллашҡан уҡытыусының дәрестәре лә ҡыҙыҡлы үтә. Айгөл Әнүәр ҡыҙының Милли мәҙәниәттәр үҙәгендә “Дуҫлыҡ” вокал ансамблендә, ҡала мәҙәниәт һарайында “Йәншишмә” башҡорт хорында сығыш яһауын да күреп беләбеҙ.
- Ҡурай бала саҡтан күңелемә яҡын. Атайым башҡарыуында халыҡ йырҙарын, халыҡ көйҙәрен тыңлап, һеңдереп үҫтем. Балаларға халҡыбыҙ музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәтеүем күңел кинәнесе бирә. Ниндәйҙер бер өҙөлгән бәйләнеште, быуындар көсөн тергеҙәбеҙ кеүек. Күптәре түңәрәккә килгәс кенә ҡурайҙы беренсе тапҡыр ҡулына ала. Тәүҙә оҙаҡ ҡына тауыш сығарырға өйрәнәләр, инде көй уйнарлыҡ булғас үҙем улар менән бергә һөйөнәм, - ти булмышын халҡыбыҙ мәҙәниәтен үҫтереүгә арнаған замандашым.
Ошоноң менән бергә ҡатын-ҡыҙ иңендә өй, бала ҡарау мәшәҡәттәре лә ята бит әле. Ғаиләһе тураһында һөйләгәндә Айгөлдөң йөҙө тағы ла яҡтырып китте. Минеғоловтарҙың өлкән ҡыҙҙары Гөлнур ӨДАТУ-ның Ишембай филиалын тамамлап, Өфөлә инженер-технолог булып эшләй, уртансылары Гөлүзә лә күңеленә ятҡан
һөнәрҙе һайлаған – Стәрлетамаҡта кондитер цехында үҙен һынай. Кеселәре Илһам быйыл Ишембай нефть колледжына уҡырға ингән, атаһының юлынан китмәксе.
- Балалар музыка менән бәйле һөнәр һайламаһалар ҙа, бәләкәйҙән йыр-моң менән үҫтеләр. Ике ҡыҙыбыҙ ҙа балалар сәнғәт мәктәбенең фортепиано бүлеген тамамланы. Йырларға ла яраттылар, өсөһө лә ҡумыҙҙа уйнай белә. Берәй ғаилә байрамы икән, йәһәт кенә ойошоп, бергәләп музыкаль бүләк эшләп ҡуябыҙ. Беҙгә ҡарап тормош иптәшем дә ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнде. Ирем һәр башланғысымда терәк һәм таяныс. Балаларҙың музыкаль һәләтен үҫтереүҙе лә гел хуплап торҙо. Сит ҡалаларға конкурсҡа барырға кәрәк булғанда гел ғаилә менән бергәләшеп йөрөнөк, ул бер ҡасан да ситтә ҡалманы, - ти Айгөл.
Уны тыңлағанда музыканың ғаиләне бергә туплаусы, матурлыҡҡа ынтылыш тәрбиәләүсе көс булыуын тойҙом. Йыр-моң ғына түгел, тәбиғәтте яратыуҙары ла ғаиләне бер бөтөн итә. Үҙҙәренең матур ғөрөф-ғәҙҙәттәре лә һалынған. Йәй етһә, ялдарын бергә тура килтереп, Башҡортостандың матур урындарына сәйәхәткә сығалар. Бер нисә йыл элек Ҡырымда ла булып өлгөргәндәр.
Бер маҡсатлы, бер уйлы булғанда ғына ғаилә иртәгәгә ышаныс, дәрт менән йәшәй. Быны Минеғоловтар ғаиләһе үҙ тормошо менән иҫбатлай.
- Йәшәүебеҙ мәғәнәһе – тәүфиҡлы, аҡыллы балаларҙа. Уларҙың йәмғиәтебеҙгә файҙалы кешеләр, ғаиләбеҙ ғорурлығы булып йәшәүҙәрен теләйбеҙ, - ти Айгөл һәм Илнур Минеғоловтар.
Хаҡ һүҙҙәр. Матур киләсәгебеҙгә тап ошондай ғаиләләр индергән өлөш баһалап бөткөһөҙ ҙур - белемгә ынтылышлы, изгелекле, маҡсатлы балалар тәрбиәләүҙә сағыла ул.
Читайте нас: