Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Сентябрь 2020, 17:32

Ҡара миләштең файҙаһы күберәк

Беҙҙең яҡта был емешкә әллә ни ҙур иғтибар биреп бармайҙар. Әммә уның организм өсөн файҙаһы шаҡтай ҙур. Емештәре бик файҙалы.

Беҙҙең яҡта был емешкә әллә ни ҙур иғтибар биреп бармайҙар. Әммә уның организм өсөн файҙаһы шаҡтай ҙур. Емештәре бик файҙалы.
Алма менән сағыштырғанда, аҡһым — 3,9, органик кислота ике тапҡырға күберәк. Кеше организмына кәрәкле В1, В2, Рp, С витаминдары бар. Уның составында капиллярҙарҙы нығытҡан Р витамины ҡара ҡарағаттыҡына ҡарағанда ике мәртәбә күберәк.
Шулай уҡ ҡара миләштә йод күп. Уны организмға витамин етмәгәндә, бөйөрҙә таш булғанда, гипертония, цистит ваҡытында ҡулланалар. Бешкән ҡара миләш ҡан ағыуҙы туҡтата, эсте йомшарта, һейҙек ҡыуыу үҙенсәлегенә эйә. Кипкән емешен дизентерия ваҡытында ҡулланырға кәңәш итәләр.
Ҡара миләште орлоҡтан һәм вегетатив юл менән үрсетәләр. Төрлө ауырыуҙарға һәм ҡоротҡостарға ҡаршы тороуға һәләтле, юғары уңыш биреүсән, иҡтисади яҡтан файҙалы культура емешенән ҡайнатма, һут, компот, шарап әҙерләйҙәр. Шулай уҡ аҙыҡ-түлек, витаминдар етештереү өсөн киң файҙаланыла.
Ҡара миләш һалҡындар төшкәс кенә шәкәрләнә, сифаты яҡшыра.
Фото: "Бәйләнештә".
Карима Усманова
Читайте нас: