Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Сентябрь 2020, 14:54

“СӘЛӘМӘТЛЕК ПОЕЗЫ” КИЛДЕ

Кисә һәм бөгөн “Сәләмәтлек поезы” Петровскийҙа эшләй. Төрлө йүнәлеш белгестәре, шул иҫәптән табипонколог, офтальмолог, балалар неврологы көн дауамында халыҡты ҡабул итте.

Кисә һәм бөгөн “Сәләмәтлек поезы” Петровскийҙа эшләй. Төрлө йүнәлеш белгестәре, шул иҫәптән табипонколог, офтальмолог, балалар неврологы көн дауамында халыҡты ҡабул итте.
Табиптар бригадаһының ҡул аҫтында заманса диагностика ҡорамалдары булыуы медицина тикшереүе сифатын бермә-бер күтәрә. Ишембай үҙәк район дауаханаһы хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, 9-10 сентябрҙә “Сәләмәтлек поезы” –Маҡарҙа, ә 11-е Ишәйҙә эшләйәсәк. Акция сиктәрендә мобиль маммограф, флюорограф килеүе иһә ауыл ерендә йәшәүселәргә ҡалала сират тороп ҡына үтеп булған процедураларҙы ҡулайлы итә.
Читайте нас: