“Башнефть-Добыча” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Ишембай төбәге эшсеһе – нефть һәм газ сығарыу буйынса 5-се разрядлы оператор Руслан Вилданов хәҙер үҙе йәштәргә терәк. Миәкә районында тыуып үҫкән егетте нефть тармағы менән тап Ишембай бәйләүенә аптырарға түгел. Йәмғиәттә ул 2013 йылдан тырыша, ошо ваҡыт эсендә үҙен яуаплы, үҙ өҫтөндә эшләй белгән белгес итеп танытып өлгөргән.
- Эште аҡсаһы ҙур тип һайлаған йәштәр яңғылышыуы ихтимал, һәр тармаҡҡа артабанғы үҫешеңде күҙаллап, һөнәрең асылын аңлап килергә кәрәк, - ти Руслан Рәсүл улы.