5 сентябрь – Халыҡ-ара хәйриә көнө
«Ғаиләмә ваҡыт етмәһә лә, һәр көнөм ярҙамға мохтаж кешеләргә бағышланған. Был – минең тормошом», - тип ҡаршыланы ҡалабыҙҙағы «Бәхетле балалар» хәйриә фондын етәкләүсе Ирина Фәйзуллина. Ошо көндәрҙә фондты булдырыуға, мәрхәмәтлелеккә ҡоролған эшмәкәрлектәренә өс йыл тула икән.
«Азалия» сәскәләр магазинының хужаһы – Ирина ханым бынан биш йыл элек церебраль системаһы ҡаҡшаған балалар өсөн социаль селтәрҙә аҡса йыйыусы ирекмәндәр төркөмөнә ҡушылып китә. Бөгөн ул ошо аҙымына бер ҙә үкенмәй, киреһенсә, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам итә алыуына ҡыуанып йәшәй.
Тырыш ҡатындың эскерһеҙлеген күргән ирекмән дуҫтары уға үҙ хәйриә фондын булдырырға тәҡдим итә. Ирина Сергеевна бер йыл уйланып йөрөгәндән һуң, 2017 йылдың 8 сентябрендә «Бәхетле балалар» хәйриә фондын ойоштора. Ойошма үҙ эшмәкәрлеген сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгәндәргә, янғындан зыян күреүселәргә, күп балалы һәм аҙ килемле ғаиләләргә кейем-һалым йыйыуҙан башлап ебәрә. Бөгөн иһә хәйриә фонды төрлө йәш категорияһына ҡараған барлыҡ кешеләргә лә ярҙам ҡулы һуҙа. «Бахетле балалар» ойошмаһының район күләмендәге һәр сарала ҡатнашыуын күреү үҙе бер ҡыуаныс. Фонд өс йыл дауамында 50-нән ашыу ҡатмарлы сирле балаға
аҡса йыйған. Улай ғына ла түгел, Баҡалы, Бөрйән, Йылайыр, Стәрлетамаҡ, Учалы, Бөрө, Күгәрсен райондарында урынлашҡан балалар йорттарына, социаль приюттарға, реабилитация үҙәктәренә лә ярҙам күрһәткән.
- Тәүге тапҡыр аҡса йыйыуҙы биш йыл элек Лёва Баландин исемле малайҙы дауалау өсөн ойошторҙом. Ошо уҡ йылда сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле балаларға Яңы йыл бүләктәре тараттыҡ. Тәүҙәрәк улар алдында үҙемде нисегерәк тоторға икән, тигән ҡурҡыу ҙа булды. Фәрештәләй балалар үҙҙәре үк ошо тойғоно еңергә ярҙам итте. Хәҙер мин уларҙы күҙ ҡараштарынан уҡ аңлап торам. Ә эшемдә иң ҙур ярҙамсыларым – ирем Вадим, ҡыҙым Анна, улым Роман. Фонд эшендә уларҙың ҙур таянысын тоям,- тип ихлас уртаҡлашты Ирина Фәйзуллина.
Пандемияның иң ҡатмарлы осоронда ла «Бәхетле балалар» фонды күп эштәр башҡарған. Мәҫәлән, уның аша дауаханаларға бер тапҡыр ҡулланыла торған һауыт-һаба, битлек, бирсәткә, респираторҙар, антисептик һәм башҡа тәү кәрәк нәмәләрҙе һатып алыу ойошторола.
Мохтаждарға аҙыҡ-түлек кәрзиндәре туплап таратыу тәжрибәһен дә ҡулланалар. Булдыҡлы, мәрхәмәтле күңелле замандашыбыҙ Ленин урамында 56-сы йорт адресы буйынса урынлашҡан фонд нигеҙендә инвалид балалар өсөн реабилитация үҙәге асырға тигән теләк менән яна. Әлегә кабинеттарҙы йыһазландырыу өсөн бағыусылар табыу кәрәк.
Яҡшы ҡағылһа – йән һөйөнә, тигәнде аңлап, үҙ эшенең бик күптәргә ярҙам, тормош терәге булыуын тойоп йәшәй, эшләй Ирина Фәйзуллина.
Фондтың эшмәкәрлеге менән социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәре аша ентекле танышып була. «Бәйләнештә» селтәрендә уны https://vk.com/bf_schastlivye_deti_rb һылтанмаһы буйынса табырға мөмкин.