Бөгөн Башҡортостан нефтен тәүге асыусылар майҙанында ауыл хужалығы йәрминкәһе ойошторолдо.
Пандемия шарттарында үткән сарала бигерәк тә бал һатыусылар һәм алыусылар күп булды.
- Бал ашаған - сиргә ҡаршы торған. Был осорҙа иммунитетты нығытыр өсөн файҙалы балауыҙ, һитә (перга), һеркә ( пыльца) кеүек продукциялар ҙа үтемле, - тип уртаҡлашты Ҡолғонанан килгән умартасы Марс Кәримов.
Ә Карасевка ауылынан 40 йыл умартасылыҡ менән шөғөлләнгән Владислав Наружных тирә - яҡтағы бөтә йәрминкәләрҙә лә ҡатнаша икән.
Йәрминкәлә ҡорот эҙләүселәрҙе лә йыш осратырға тура килде. Ҡанаҡайҙан килгән Зафура Янбаеваның ҡорото менән эремсеген шунда уҡ алып бөттөләр.
- Тәүҙә, эремсекте күп алып килгәнмен, тип борсолдом. Бер - ике сәғәт үткәс, ниңә тағы ла алманым икән, тип үкенеп ҡуйҙым. Ә ҡоротто хатта ҡала балалары ла ярата. Бер урыҫ малайының әсәһенән һурпаға ҡорот алдыртҡанын күреп һоҡланғайным, - ти Зафура апай.
Һис шикһеҙ, үҙебеҙҙең ерлектә етештерелгән ризыҡ күпкә файҙалыраҡ. Бының ҡәҙере йылдан - йыл тойола бара.