Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Сентябрь 2020, 19:35

Тымау тейеп йонсотһа...

Нимә тиһәң дә, тымау тейеп сирләгәндәр күп. Был хәлде булдырмау өсөн иммунитетты нығытыу зарур. Табиптар ошо йәһәттән ябай ғына кәңәштәре һеҙҙең өсөн тик файҙаға булыр.

Нимә тиһәң дә, тымау тейеп сирләгәндәр күп. Был хәлде булдырмау өсөн иммунитетты нығытыу зарур. Табиптар ошо йәһәттән ябай ғына кәңәштәре һеҙҙең өсөн тик файҙаға булыр.
* Берәр аш ҡалағы аҡ сәскә, йүкә сәскәһе һәм гөлйемеште һалып, 20 минут төнәтергә, шунан әҙер ҡайнатманы һөҙөп алырға кәрәк. Көнөнә 1/3 стакан эсеү яҡшы.
* Гөлйемеш С витаминына бай. Шуға уны ауырыған саҡта йышыраҡ эсергә кәңәш итәләр. Ике аш ҡалағы емеште ҡайнаған һыуға һалып төнгөлөккә төнәтегеҙ. Уны иртән сәй урынына эсеү бигерәк тә файҙалы.
* Ер еләге япрағын сәйгә ҡушып эсеү ҙә организмдан ауырыуҙы сығарыуға һәләтле.
* Ҡурай еләгенең япраҡтары ла иммунитетты нығытыу өсөн шәп. Уларҙы ваҡ итеп турап (бер-ике аш ҡалағы), бер стакан ҡайнаған һыуға һалып, 20 минутҡа төнәтергә ҡуйырға һәм көн дауамында эсергә кәрәк.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: