Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Сентябрь 2020, 11:23

Изге ғәмәлле байрам

Шәмбе көн ҡаланың Башҡорт нефтен тәүләп асыусылар майҙанында быйылғы көҙҙөң тәүге йәрминкәһе һәм “ЯҡшыFest” исеме аҫтында үҙенсәлекле байрам үтте.

1 сентябрь – Белем көнө

Шәмбе көн ҡаланың Башҡорт нефтен тәүләп асыусылар майҙанында быйылғы көҙҙөң тәүге йәрминкәһе һәм “ЯҡшыFest” исеме аҫтында үҙенсәлекле байрам үтте.
Уның уҡыу йылына аяҡ баҫырға торғанда ойошторолоуы ла яҡшы булды - ата-әсәләр һәм балалар мәктәп формаһы, уҡыу кәрәк-яраҡтары күргәҙмәһен күрҙе, төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша алды. Ҡалабыҙҙа эшләп килгән спорт секцияларына, ижади түңәрәктәргә яҙылыу мөмкинлеге лә булды. Ауыл биләмәләренән егәрле, уңған хужалар килтереп еткергән йәшелсә-емеш, һөт ризыҡтары эргәһенән ҡаланыҡылар өҙөлмәне.
Әлегә майҙан үҙ тауарын сығарыусылар менән тулы уҡ булмаһа ла, йәрминкә мөхите кәйефте күтәрҙе. Үҙебеҙҙең ижади коллективтар, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнеүсе балалар сығышы һағындырған.
Һайран ауыл Советы әҙерләгән күркәм өҫтәл тирәһенән һатып алыусылар өҙөлмәүенә иғтибар иттек. Тауарҙарын тәҡдим итә, байрамса биҙәй белгәндәр, афарин!
Күҙҙең яуын алып торған селтәрҙәр һатҡан мөләйем йөҙлө ханым янына туҡталдым. Сәлихтан Тәнзилә Ғөзәйерова булып сыҡты.
- Беҙ бер төркөм ҡатын-ҡыҙ ауыл клубында йыйылып түшелдерек, селтәр тегеү менән шөғөлләнбеҙ. Милли кейем биҙәге өсөн кәрәк-яраҡтарҙы магазиндарҙан йәки интернет аша һатып алабыҙ. Йәштәрҙең теләп алыуы, байрамдарҙа кейеүе һөйөндөрә, - тип уртаҡлашты оҫта ҡуллы әңгәмәсем.
Байрам сиктәрендә муниципаль райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары “Гараж сауҙаһы” акцияһын да ойошторғайны. Унда һәр кем яҡшы тороштағы артыҡ әйберен осһоҙ хаҡҡа һатып, ошо аҡсаһын мәрхәмәтлелеккә йүнәлтә алды. Был эштә Йәштәр эштәре буйынса комитет белгестәре, ирекмәндәр ҙур ярҙам күрһәтте. Кистән Йәштәр һарайына йыйылған әйберҙәрҙе тәҫләп, үтекләп һатыуға сығарыштылар. Акция барышында тупланған аҡсалар “Бәхетле балалар” мәрхәмәтлек фондына күсерелде.
Сара барышында пандемия осоронда дистанциялы уҡыуҙы өлгөлө ойошторған бер төркөм уҡытыусылар, ауыр шарттарҙа ла һөнәренә тоғро булып ҡалған медицина хеҙмәткәрҙәре, мәҙәниәт өлкәһендә эшләүселәр, ирекмәндәр һәм башҡалар “Граждандарҙың һаулығын һәм хәүефһеҙлеген тәьмин иткән өсөн” миҙалы һәм район хәкимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Уларҙы Ишембай районы муниципаль районы Советы рәйесе Олег Агафонов тапшырҙы. Тап берҙәмлек, сабырлыҡ менән пандемия осорон үткәреп киләбеҙ. Олег Михайлович тәбрикләнеүселәргә ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Халыҡ аяҙ көндөң рәхәтен күреп, байрамдан тормошобоҙҙоң ҡәҙимгесә тәртибенә инә барыуына һөйөнөп таралышты.
Фото: автор
Читайте нас: