Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Август 2020, 16:13

Йүткергәндән йомортҡалы ҡатнашма аяҡҡа баҫтыра

Был ҡатнашма иң көслө йүтәлде лә юҡ итеүгә һәләтле. Уның шул тиклем файҙаһы күп, замана медицина дарыуҙары ситтә торһон! Был аңлашыла ла: сөнки ул атай-бабайҙарҙан ҡалған рецепт, нигеҙендә тәбиғи аҙыҡтар ята. Тиҙ арала терелергә кәрәк булһа, ошо ҡатнашманы файҙаланығыҙ.

Тәүҙә 1 стакан һөт ҡайнатығыҙ. Шуға 1 аш ҡалағы аҡ май һәм 1 аш ҡалағы бал һалырға кәрәк. Айырым һауытта йомортҡа һарыһына бал ҡалағының осона ғына сәй содаһы һалып яҡшылап болғатығыҙ. Шунан ике ҡатнашманы бергә ҡушҡас, тәмле ризыҡ килеп сыҡмаҫ, әлбәттә, тик файҙалылығы буйынса тиңдәр булмаҫ.
Балағыҙ йүтәлләй башлаһа, дарыуханаға йүгүргәнсе, йомортҡалы ҡатнашма эсереп ҡарағыҙ, үкенмәҫһегеҙ.
Читайте нас: