Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Август 2020, 12:57

Күҙҙе ҡыҙҙырҙы помидорҙары!

Быйылғы ҡоролоҡ баҡса үҫтерергә мөмкинселек бирмәне тиһәк тә, зарланырға урын юҡ. Алынған уңышҡа шөкөр итерлек һәм бының менән күптәр килешер. Сәлих ауылында йәшәүсе хаҡлы ялдағы Мәүсилә менән Рәйес ХӘСӘНОВТАРҘЫҢ баҡсалары ла мул уңыш менән ҡыуандырған.

Быйылғы ҡоролоҡ баҡса үҫтерергә мөмкинселек бирмәне тиһәк тә, зарланырға урын юҡ. Алынған уңышҡа шөкөр итерлек һәм бының менән күптәр килешер. Сәлих ауылында йәшәүсе хаҡлы ялдағы Мәүсилә менән Рәйес ХӘСӘНОВТАРҘЫҢ баҡсалары ла мул уңыш менән ҡыуандырған.
Помидорҙары ғына ни тора! Йыбанмағандар, иң ҙурын үлсәп ҡарағандар - теүәл 1 килограмм 200 грамм! Быны Гиннесс рекордтары китабына булмаһа ла, үҙебеҙҙең район баҡсасылары ҡаҙаныштары исемлегенә һис шикһеҙ индерерлек.
45 йыл бергә ғүмер иткән күркәм пар өсөн баҡса эше үҙе бер донъя, фәлсәфә. Ишембай ҡалаһынан Сәлихҡа күсеп ҡайтыуҙарына 15 йыл икән. Ҡалала йәшәгәндә лә баҡса үҫтергәндәр, ә ауылда бының өсөн шарттар тағы ла иркенерәк.
- Йортобоҙ Һәләүек буйында ғына, ағастар ҙа күп. Бәлки шуға ла дым еткәндер. Быйыл алма, слива яҡшы уңыш бирҙе. Помидорҙарҙың уртаса ауырлығы 400-700 грамға етте. Бер килонан артып киткән помидорҙың орлоғон сәсергә алып ҡалырға уйлайым, - тип ҡыуанысы менән ихлас бүлеште Мәүсилә Минеғәли ҡыҙы.
Тырышып үҫтереп алған йәшелсә-емештәренең ҙурлығы уларҙы беренсегә ғәжәпләндермәй. Бер йылды ҡабаҡтары 16 килограмға етә.
- Арбаға саҡ күтәреп һалып индерҙек. Бик тәмле булғайны ул ҡабаҡ, бүлгеләп, яҡындарға ла өләштек, - тип иҫкә төшөрөп алдылар.
Баҡса тәрбиә талап итә. Шул ваҡытта ғына ул хужаһын мул уңышы менән һөйөндөрә. Хәсәновтар ҙа баҡса үҫтереүгә бар күңелен һала. Емеш ағастарын тулыландырып, яңыртып торалар. Быйыл яҙ груша, өҫтәп алмағас ултыртҡандар. Киләсәктә аҡ, ҡара сливаны үҫтереп ҡарарға ла дәрттәре бар. Яҙын алмағас, сейә һәм башҡа ағастарҙың бар тирә-яҡты йәмләп сәскә атҡан мәлен бигерәк яраталар. Матурлыҡ тигәндән, сәскәләрҙең дә төрлөһөн үҫтерергә ярата хужабикә. Уларҙың һәр береһенең үҙ йәме, үҙ наҙы. Кисен икәүләшеп кенә күтәрмәгә сығып, ошо гүзәллеккә һоҡланып ултырыуҙары - үҙе бер ғүмер! Мәүсилә апай яҙын яран гөлдәрен дә тышҡа сығарып ултырта. Йәй дауамында улар баҡсаның сағыу биҙәгенә әүерелә.
Баҡсаның үҙенә тартып торған көсө бар. Үҫентеләрҙең ерҙе тишеп сыҡҡан, үҫкән, емеш биргән мәле үҙе бер тәбиғәт мөғжизәһе һымаҡ.
- Ҡара ер биргән уңышҡа рәхмәт әйтеп, шөкөр итә беләйек, - ти тырышлыҡ, егәрлелек ғаилә ырыҫын һаҡлауын белгән Хәсәновтар.

Мәүсилә апайҙан ҠЫШҠЫЛЫҠҠА АССОРТИ


Стерилләнгән 3 литрлы банка төбөнә 2 таж укроп, кишерҙең 2 япрағын һалабыҙ. Аҙаҡ эре киҫәкләп кәбеҫтә, уның өҫтөнә таҙартып дүрткә бүленгән болгар боросо урынлаштырабыҙ. Артабан кишергә сират. Эре булһа – берҙе, бәләкәйерәк икән икене дүрткә бүлеп һалабыҙ. Һуңынан уртаса ҙурлыҡтағы 5-6 ҡыярҙы ике яҡтан остарын киҫеп теҙәбеҙ. Уның өҫтөнә, вағыраҡтарын һайлап, помидорҙар урынлаштырабыҙ. Помидорҙы энә менән тишергә онотмағыҙ, шул ваҡытта улар ярылмаясаҡ. Был йәшелсәләр ҡатнашмаһын тағы 2 таж укроп һәм 2 кишер япрағы менән ослап ҡуябыҙ. Тәмләткес итеп бер нисә бөртөк ҡара борос һәм ҡәнәфер ҙә өҫтәп ебәрегеҙ. Имән япрағы һалһағыҙ, тағы та яҡшыраҡ. Артабан банканы тултырғансы ҡайнар һыу ҡоябыҙ, өҫтөнә стерилләнгән тимер ҡапҡасты һалып торабыҙ. Өс минут тотҡандан һуң, һыуын кәстрүлгә ҡабаттан бушатып, ҡайнатырға ултыртабыҙ. Аҙаҡ был һыуға өймәй генә 2 аш ҡалағы тоҙ һәм 3 аш ҡалағы шәкәр өҫтәйбеҙ. Банкаға 2 аш ҡалағы 9 процентлы уксус һалғас, артынан ҡайнап сыҡҡан тоҙлошәкәрле һыуҙы ҡоябыҙ. Һыу ҡойғанда туҡтап, бер аҙ банканы һелкетеп алырға онотмағыҙ. Һыуҙы банканан артылып сыҡҡансы тултырып һалырға кәрәк. Аҙаҡ инде стерилләнгән тимер ҡапҡас менән ныҡлы ҡаплап ҡуябыҙ. Бынан һуң банканы баш түбән әйләндереп, йылыһын һаҡлар өсөн өҫтөн юрған менән ҡаплап ултыртып торабыҙ. Иртәгәһенә баҙға төшөрөргә лә була.
Фото: автор
Читайте нас: