Ленин исемендәге майҙанда ҙур реконструкция эштәре дауам итә. Бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса федераль конкурста еңеү Ишембайға ошо ҙур проектты тормошҡа ашырыу мөмкинлеге бирҙе.
Бүленгән аҡсаны ваҡытында тотоноп, эштәрҙе Республика көнөнә тиклем тамамлау бурысы тора. Майҙанды тап ошо көнгә тантаналы асыу, ишембайҙар, ҡунаҡтар өсөн бай йөкмәткеле байрам ойоштороу ниәтләнгән. Әле хәрбиинтернационалистар һәм хеҙмәт бурысын үтәгәндә вафат булған яугирҙарға арналған аллеяла эштәр тамамланыуға бара. Бында бөтә майҙандағы кеүек үк плиткалар һалынған, коммуникациялар үткәрелгән, биләмә кәртәләнгән, ҡарт ағастар ҡырҡылған.
Халыҡта аллея янындағы һәйкәлдең юҡҡа сығыуы һорауҙар тыуҙырҙы. Бронялы тикшереү-күҙәтеүсе машина (БРДМ) үҙ урынына ҡайтарыласаҡ, башта ул Ишембай хәрби комиссариат биләмәһендә булһа, артабан техника ҡалалағы предприятиеларҙың береһендә яңыртылды. Хәрби техниканың кузовы төҙөкләндерелә, яңынан буяла. Хәҙер ул ҡабат Хәтер аллеяһына ингән тапҡырҙа урын алды.