Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Август 2020, 14:40

Ишембай районына - 90 йыл

Быйыл Ишембай ере оло юбилейҙарын билдәләй. Районыбыҙ 90 йыллыҡ тарихын барлаһа, ҡаланың республика әһәмиәтендәге статус алыуына 80 йыл тулды.

Быйыл Ишембай ере оло юбилейҙарын билдәләй. Районыбыҙ 90 йыллыҡ тарихын барлаһа, ҡаланың республика әһәмиәтендәге статус алыуына 80 йыл тулды.
Билдәле булыуынса, 1930 йылдың 20 авгусында кантон-улыс бүленеше реформаһы үткәрелә. Һөҙөмтәлә Стәрлетамаҡ кантонына ҡараған Аҙнай, Маҡар, Ашҡаҙар һәм Борон улыстарынан Петровск районы ойошторола. Оҙаҡламай ул Маҡар районы тип үҙгәртелә.
Яңы райондың составына 46540 кешелек 136 ауылды берләштергән 19 ауыл советы инә. Тәүҙә унда барлығы 22 ауыл советы, 36 колхоз, 84 мәктәп эшләп килә. Маҡар районы 1963 йылдың 1 февралендә тарҡатыла, уның биләмәһе Стәрлетамаҡ районына ҡарай башлай. Ишембай районы яңынан 1965 йылдың 14 ғинуарында ойошторола.
1959 йылдың мәғлүмәттәре буйынса, районда 66 мәктәп, 37 дауахана, табип амбулаторияһы һәм фельдшер-акушерлыҡ пункты, 33 китапхана, 15 ауыл советы, 102 тораҡ пункт, 40 меңгә яҡын кеше иҫәпләнә. «Алға» һәм «Штурмға» гәзиттәре баҫыла. 1929 йылда Алексей Блохин етәкселегендә геология разведкаһы экспедицияһы Ишембай, Көҫәпҡол, Иҫке Буран, Тирмән-Йылға ауылдарында нефть ятҡылығы таба. 1930 йылдың авгусында геолог Алексей Александрович быраулау өсөн дүрт урынды билдәләй, уларҙа 701-704-се скважиналар урынлаштырыла. Һандарҙың «7» –һе төбәктең шифрын белдерә. Геологтар ваҡытлыса йәшәгән ауылда яйлап ҙур төҙөлөш башлана. Нефтте ташыу өсөн Өфө-Ишембай тимер юлы төҙөлә. Ә Ағиҙел йылғаһының һул яҡ ярында нефть эшкәртеүсе завод барлыҡҡа килә. 1940 йылда ҡала статусы алған Ишембай Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш нефть райондарының төп ҡалаһы булып иҫәпләнә.
Ишембай тарих-крайҙы өйрәнеү музейы район һәм ҡаланың юбилейҙары уңайынан социаль селтәрҙәге төркөмдәрендә төрлө йылдарға ҡараған материалдар, документтар һәм яҡташтарҙың иҫтәлектәре менән таныштыра. Шулай уҡ музей хеҙмәткәрҙәре ҡыҙыҡлы һәм фәһемле экскурсия ойоштора. Ишембай тарихы менән ҡыҙыҡһыныусыларға унда (34794) 2-55-66 телефоны буйынса шылтыратып, экскурсияға алдан яҙылыу ҡуя ала.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: