Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Август 2020, 19:14

Ҡоро сәстәрҙе тәрбиәләү

2 йомортҡа һарыһын 50 мл һыуға бутарға, 100 мл араҡы һәм 5-8 мл нашатыр спирты өҫтәргә. Ҡатнашманы баш тиреһенә һөртөп, һуңынан эҫе һыу менән йыуып төшөрөргә.

1. 2 йомортҡа һарыһын 50 мл һыуға бутарға, 100 мл араҡы һәм 5-8 мл нашатыр спирты өҫтәргә. Ҡатнашманы баш тиреһенә һөртөп, һуңынан эҫе һыу менән йыуып төшөрөргә.
2. Киптерелгән йә яңы өҙөлгән бер ус кесерткән япраҡтарын ваҡларға, өҫтөнә 1/2 стакан үҫемлек майы ҡойорға, 1 аҙна дауамында ныҡлап ябылған быяла һауытта төнәтергә. Ҡулланыр алдынан һөҙөргә, йылытырға һәм йыуырҙан 1 сәғәт алда сәскә һөртөргә.
3. Лимон һуты ҡойолған үҫемлек майын ҡайнаған һыу өҫтөндә тотоп, йылытып аҙнаһына 1 тапҡыр компресс яһарға мөмкин. Ҡатнашма менән баш тиреһен, сәсте майларға һәм полиэтилен ҡапсыҡ кейеп, өҫтөнән таҫтамал ябынырға. Компресты 1-2 сәғәт тоторға.
4. Шулай уҡ баш тиреһенә дегәнәк һуты һөртөргә була. Тамырын ҡаҙып алып, һыуыҡ һыуҙа йыуығыҙ, ҡырғыста тиҙ генә ҡырып, һутын һығып алығыҙ. Был һутты спирт менән ҡатыштырып (1:1), консервалап ҡуйырға кәрәк.
Аҙнаһына 2-3 тапҡыр яртылаш һыу ҡушып һөртөргә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: