Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Август 2020, 14:57

Күңеле матур кешенең эше лә матур

Көндәлек тормошта ябай шатлыҡ-ҡыуаныстарға сәбәп булдыра белгән, әйләнәтирәләгеләрҙе матур эштәргә дәртләндереп торған кешеләр була. Ауылдамы ул, ҡалаламы, ундайҙар ысындан да яҡташтарының тормошон байыраҡ, күркәмерәк итә. Күптән түгел Смаҡайҙа үткән “Иң яҡшы сәскә үҫтереүсе” конкурсы ла ошоно иҫбатлай.

Бер нисә аҙна дауамында ауылдаштарҙың Бәйләнештә селтәрендәге төркөмө гөлбаҡсаны хәтерләтте. Наилә Мөхәмәтйәнова, Смаҡайҙың иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарының береһе, эшҡыуар, ике ҡыҙ әсәһе,ошо файҙалы аралашыу сығанағын булдырып, конкурс иғлан иткән икән.
- Был ябай ғына конкурс ауылыбыҙҙың уңған, матурлыҡҡа ғашиҡ ғаиләләрен асырға ярҙам итте. Һәр береһе тураһында ғорурланып, һоҡланып һөйләргә була. Ауылыбыҙҙы йәмләп йәшәүҙәре өсөн рәхмәт әйтеп, өй беренсә еңеүселәрҙе бүләкләп тә сыҡтыҡ, - тип ихлас уртаҡлашты Наилә Әлмир ҡыҙы. – Социаль селтәрҙәге төркөм аша үҙ ара сәскә орлоҡтары, үҫентеләр менән уртаҡлашыуҙар башланды. Теләк ябай - Смаҡайыбыҙ тағы ла матурыраҡ, кешеләр бер-береһенә яҡыныраҡ булһын!
Читайте нас: