Көндәр көҙгә тартты. Баҡсаларҙа борос өлгөрә. Уны дөрөҫ тәрбиәләгәндә, уңыш тағы ла мулыраҡ буласаҡ. Мәҫәлән, япраҡтарын өҙөүҙең дә үҙ тәртибе бар. Үҫемлекте шәрә ҡалдырырға ярамай, яңы япраҡтар кәрәк.
Аҫҡы, ергә тейеп торған япраҡтарын өҙөгөҙ, улар еүешләнә, үҫемлек бәшмәкле ауырыуҙарға бирешеүе мөмкин. Һарғайған, ауырыу билдәләре һиҙелгән япраҡтарҙы ла шунда уҡ юҡ итегеҙ. Япраҡтары күп булып, боростарына яҡтылыҡты томалаһа, шулай уҡ һирәкләргә кәрәк.