newsbash.ru сайты хәбәр итеүенсә, 2014 йылдан 2019 йылға тиклем бер төркөм ғалимдар Ҡуштауҙы ентекле өйрәнгән. Һөҙөмтәлә улар әлеге көндә шихандарҙың иң ҙуры булған тауҙа РФ һәм БР Ҡыҙыл китабына ингән 30-ҙан ашыу йәнлектәр һәм үҫемлектәр донъяһы объекты булыуын асыҡлаған. Улар фекеренсә, Ҡуштауҙы эшкәртеү "Йәнлектәр донъяһы тураһында” Федераль законды боҙоу буласаҡ.