Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Август 2020, 01:18

Икәүҙән берәү итмәйәсәктәр

Ишембай үҙәк район дауаханаһының «Бәйләнештә» социаль селтәрендә әүҙем эшләп килгән төркөмөндә төрлө һорауҙар биреү һәм уларға һаулыҡ һаҡлау өлкәһен етәкләүселәрҙән туранан-тура яуап алыу мөмкинлеге бар. Һуңғы ваҡыт иң йыш яңғыраған һорау ике поликлиниканың берәүгә берләштерелеүе тураһында хәбәргә бәйле. “Халыҡҡа был ҙур уңайһыҙлыҡ тыуҙырасағы тураһында уйламайһығыҙмы ни?” кеүегерәк комментарийҙар аша ла кешеләрҙең борсолоуын аңларға була.

Ишембай үҙәк район дауаханаһының «Бәйләнештә» социаль селтәрендә әүҙем эшләп килгән төркөмөндә төрлө һорауҙар биреү һәм уларға һаулыҡ һаҡлау өлкәһен етәкләүселәрҙән туранан-тура яуап алыу мөмкинлеге бар. Һуңғы ваҡыт иң йыш яңғыраған һорау ике поликлиниканың берәүгә берләштерелеүе тураһында хәбәргә бәйле. “Халыҡҡа был ҙур уңайһыҙлыҡ тыуҙырасағы тураһында уйламайһығыҙмы ни?” кеүегерәк комментарийҙар аша ла кешеләрҙең борсолоуын аңларға була.
Ошо көндәрҙә Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Валерий Шапочкин мөрәжәғәт итеүселәрҙең һорауына рәсми яуап бирҙе:
- Ишембай үҙәк район дауаханаһы структураһында бер поликлиника эшләп килә, әммә ул ҡаланың Стахановсылар урамы, 75 һәм Докучаев урамы, 10-сы йорт адрестары буйынса ике бинала урынлашҡан.
Көньяҡ биҫтәһендәге поликлиниканың һәм дауалау корпусы бинаһы 80-се йылдар аҙағында төҙөлгән, уға реконструкция үткәреү көнүҙәк маҡсат булып тора. Һаулыҡ
һаҡлау министрлығы һәм муниципаль район хакимиәте менән килешеү буйынса поликлиникала капиталь ремонт эштәре башланасаҡ. Ошо сәбәпле ҡайһы бер табиптар, диагностика үткәреү кабинеттары хеҙмәткәрҙәре Стахановсылар урамы, 75 һәм Пролетар урамы, 28 (элекке хирургия) адресындағы биналарға ваҡытлыса күсерелә.
Һау һәм сирле пациенттарҙың ағымын айырыу маҡсатында Стахановсылар урамы, 75 адресы буйынса урынлашҡан поликлиникала участка терапевтары, хирург, травматолог, невролог, офтальмолог, эндокринолог һәм башҡа табиптар ҡабул итәсәк. Йәғни бында ниндәйҙер сир менән мөрәжәғәт итеүселәр ҡараласаҡ. Ошонда уҡ диагностика үткәреү һәм анализдар алыу кабинеттары ла йыһазландырыла. Медицина тикшереүе, диспансеризация үтеү, автомобилгә идара итеүгә һәм ҡорал тотоуға хоҡуҡты раҫлау кеүек һорауҙары булғандарға Пролетар урамы, 28 адресы буйынса мөрәжәғәт итергә кәрәк буласаҡ. Шулай уҡ бында медицина профилактикаһы үҙәге эшләйәсәк – тикшереү үткәреү өсөн бөтә кәрәкле диагностика ҡорамалдары әҙер. Бер урында 1-2 көн эсендә медицина тикшереүен үтеү мөмкинлеге булһын тигән маҡсат ҡуйғанбыҙ. Әле тап ошо бинала амбулатор ауырыуҙар өсөн яңы компьютер томографын урынлаштырыу бара. Яңы ультратауыш тикшереү аппараттары ла ҡайтарылды.
Әйтергә кәрәк, Үҙәк район дауаханаһы учреждениеларына белгестәрҙе йәлеп итеү, хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыу, табиптарҙың һәм шәфҡәт туташтарының штатын комплектлау буйынса әүҙем эш дауам итә.Ҡала һәм район халҡы килтерелгән уңайһыҙлыҡтарҙың ваҡытлыса икәнен аңлап ҡабул итер тип ышанабыҙ.

Кабинеттарҙы һәм белгестәрҙе күсереү тамамланыу өҫтөндә. Бөгөниртәгәнән Докучаев урамындағы поликлиника регистратураһына шылтыратыуҙың мәғәнәһе юҡ, барлыҡ һорауҙар менән Стахановсылар урамы, 75 адресы буйынса урынлашҡан поликлиникаға мөрәжәғәт итергә, 8(34794) 2-27-99 телефоны буйынса шылтыратырға кәрәк. Бынан тыш республикалағы Берҙәм медицина порталының контакт-үҙәге аша төрлө йүнәлеш белгестәренә яҙылып булыуҙы ла беләбеҙ: 1301; 8-800-347-1301.
Читайте нас: