Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Август 2020, 12:49

ҠАТЫНЫН ТАНЫМАЙ, ОЯТҠА ҠАЛҒАН. ҮҘЕ ҒӘЙЕПЛЕМЕ?

Уларҙың матур ғаиләһе, күптәргә өлгө булыуҙары, бизнес менән шөғөлләнеүҙәре, яҡындары хаҡында электән ишетеп белә инем. Театрҙарҙа, концерт залдарында ла осрашырға тура килде. Ғаилә башлығы – уртаса буйлы, яғымлы, тулҡынланып торған оҙон ҡара сәсле ир-егет. Әйҙә, үҙен Ғәзиз Сабирович, тип атайыҡ. Хәләл ефете лә үҙенә пар килгән һымаҡ. Тик элек бик һомғол булғандыр, хәҙер үҙен бик ҡарамайҙыр, тигән шик тыуҙы.

Уларҙың матур ғаиләһе, күптәргә өлгө булыуҙары, бизнес менән шөғөлләнеүҙәре, яҡындары хаҡында электән ишетеп белә инем. Театрҙарҙа, концерт залдарында ла осрашырға тура килде. Ғаилә башлығы – уртаса буйлы, яғымлы, тулҡынланып торған оҙон ҡара сәсле ир-егет. Әйҙә, үҙен Ғәзиз Сабирович, тип атайыҡ. Хәләл ефете лә үҙенә пар килгән һымаҡ. Тик элек бик һомғол булғандыр, хәҙер үҙен бик ҡарамайҙыр, тигән шик тыуҙы. Сөнки самаһыҙ, тип әйтеп булмай, ләкин ныҡ ҡына һимергән. Уҡ һымаҡ төҙ Ғәзиз эргәһендә саҡ ҡына килбәтһеҙерәк һымаҡ тойола. Үҙҙәренең аҙым һайын таныштары, һәр береһе эргәһендә туҡтап, хәл белешеп, кәрәк булһа, зар-үтенестәрен тыңлап, һис һауаланмай, кешенән айырылмай йәшәйҙәр. Матбуғатҡа яҙылыу буйынса бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт иткәйнек, һүҙендә торҙо, ярҙам итте.
Яҡташтарына ла бик иғтибарлы, ярҙамсылдар икән. Райондаштары, ауылдаштары туп-тура үҙҙәренә килеп төшә, хужалар ихлас ҡаршы ала, кәрәк булһа, ярҙам итә, һүҙ ярҙамы күрһәтә. Ғәзиз менән Сәриә кеше ыңғайына Өфө эргәһендә ҙур ғына йорт төҙөп сыҡтылар. Ике улдары менән бер ҡыҙҙарын башлы-күҙле итеп, лайыҡлы белем биреп, үҙ-аллы тормошҡа аяҡҡа баҫтырҙылар.
Ләкин бер заман был һиллек, етеш тормош боҙола башланы. Һуңғы осор бер нисә тапҡыр Ғәзиз Сабир улын мин яңғыҙын ғына күрҙем. Беҙҙең мөнәсәбәттәр бер ваҡытта ла ҡатындарыбыҙҙың ҡайҙа икәнлеге менән ҡыҙыҡһыныу кимәленә етмәгәйне. Шулай ҙа яҡындан аралашҡан дуҫтарының: “Ә Сәриә ҡайҙа?” – тип төпсөшкәндәрен ишеткеләнем. Ысынлап та, Сәриә ҡайҙа булды ул?
Үкенескә ҡаршы, илдә шундай афәт хакимлыҡ итә. Ул һәр ғаиләгә, һәр кешегә янай. Кис һайын, өҫтәл һайын аңдып тора, үҙенә буйһонорға мәжбүр итә, кешелек сифаттарын юғалттыра, дуҫтарҙан айыра, ғаиләләрҙе тарҡата һәм һәләкәткә илтә.
Эйе, һуңғы арала Сәриә, ябайыраҡ әйткәндә, бик ныҡ “таҙарғайны”. Күренеп тора, өҫ-башын да бик ҡарамай, бына-бына күлдәге шытылып китер һымаҡ. Аҙағыраҡ ишетелде, тормоштоң муллығы, аҡсаның күплеге һымаҡ һынауҙы Сәриә күтәрә алмаған, ауылдаштарының, яҡташтарының килеүе, йомарт спонсор сифатында байтаҡ табындарҙы тәьмин итеүе, Өфөгә йыйылған элита менән мәжлестәрҙә йыш осрашыу яҡшыға алып бармаған. Сәриә эскегә һалышҡан, тинеләр.
Ошонда, бәлки һеҙҙе ҡыҙыҡһындырыр, күҙәтеү. Эске менән һимереү араһында уртаҡлыҡ бармы? Бар, тиҙәр ғалимдар. Араҡының колорияһы бик юғары.Эске менән мауығыусылар шуға ла һимереү менән йонсой. Ҡыҫҡаһы, бер 100 грамм эсерһәң, ашатмаһаң да була.
Сәриәнең эскелеккә бирелеүе, Ғәзиздең уны ҡотҡарырға тырышыуы хаҡында ара-тирә хәбәрҙәр ишетелгеләп ҡалды. Күптәр, был айҡанлы, ихлас үтенесен белдерҙе. Ғәзиз хәләлен ҡотҡарыу өсөн хәл иткес аҙымға бара. Беләһегеҙҙер, тип уйлайым, Өфө эргәһендә шәхси наркологик үҙәктәр эшләй. Әлбиттә, клиенттар аҡсаһы иҫәбенә. Һуңғы сиккә еткәс, башҡа юл ҡалмағас, аптыраған көндән, хәмер һаҙлығына батҡандарҙы ошонда килтерәләр.
Һөҙөмтә, белеүемсә, төрлөсә. Ике-өс ай дауаланып, эсеүҙән ғүмерлеккә ваз кискәндәр ҙә бар, йыл буйы дауаланып та, сыҡҡандың икенсе көнөнә үк шешәгә тотоноусыларҙа осраштырғылай икән.
Белеүемсә, Ғәзиз Сабир улы, аҡсаһы бар, йәлләмәй, ай һайын тейешле сумманы күсереп тора. Был аҡса аҙ түгел. Ҡайһы бер үҙәктәрҙә айына, дауалау алымдарына, сирленең мөмкинлектәренә ҡарап, 35-50 мең һумға етә икән. Сәриәнең бында дауаланыуына йылдан ашыу ваҡыт үтеп китә. Байтаҡ аҡса түгелә,. Ярай, Ғәзиз Сабир улы өмөтөн өҙмәй, гәзитсә әйтһәк, дауаланыуҙы финанслауын дауам итә. Бер йыл ваҡыт шулай үтеп тә китә. Ғәзиз Сабир улы көтмәгәндә ауылынан ҡәйнәһенең вафат булыуы хаҡында ҡайғылы хәбәр ала. Кейәү тиҙ генә йыйынып, үҙе бик хөрмәт иткән ҡәйнәһен ерләргә ҡайтып китә. Был ваҡытҡа инде ул ҡатынының эскелекте ташлап, кеше булырына өмөтөн өҙә һәм уны иҫкәртеп тороуҙы хатта кәрәк тип тә тапмай.
Мәрхүмәне, ауылдың хөрмәтле ағинәйҙәренең береһен, атҡаҙанған уҡытыусыны ерләргә кеше бик күп килә. Ғәзиз ҡайғыға батып, үҙе менән иҫәнләшкән, йәш кенә бер ирҙе ҡултыҡлап алған һылыу ҡатынға бик иғтибар ҙа итмәй. Мәрхүмәнең өсөн уҡытырға мәктәп ашханаһына ингәс, был һомғол буйлы, йәш ҡатын Ғәзиз эргәһенә килеп:
– Ғәзиз, бына таныш бул, минең тормош иптәшем – Ғайса Мөнир улы, – тип юлдашы менән таныштырһа, ир ҡатынын тауышынан танып, ултыра төшә яҙа.
Эйе, тап шулай булған да. Баҡ тиһәң, Сәриә бер йыл буйы дауаланып, артыҡ килограмдарын юҡҡа сығарып ҡына ҡалмаған, тамам йәшәргән, эсеүен ташлаған һәм үҙен дауалаған табипҡа эҫенеп китеп, уға кейәүгә сыҡҡан, шунда эшләй башлаған.
Ә инде Ғәзиз Сабир улының ярты йыл самаһы элек йәш ҡатынға өйләнеп, ҡатынының инде ауырлы булыуы хаҡында иҫкә төшөрөп тороу урынһыҙ булыр.
Сөнки Ғәзиз менән Сәриәнең был ҡайғылы мәшәҡәт сәбәпле, осрашыуы менән генә уларҙың яҡындан аралашыуы тиҙ генә бөтмәҫ һымаҡ. Сәриә сәләмәт тормош юлына баҫҡан, йәшәү рәүешен үҙгәрткән, үҙенән буйтым йәш ир тапҡан һәм артабан да бәхетле ғүмер кисереүгә әҙер. Әлбиттә, был осраҡта һүҙ мөлкәт хаҡында бара. Ҡатын ҡалалағы элиталы фатирҙы, ҡала эргәһендәге күп ҡатлы коттеджды һәм уртаҡ бизнесты бүлешеүгә дәғүә итә.
Быныһы инде, күренеп тора, тиҙ генә судһыҙ, утһыҙ хәл ителмәҫ һымаҡ. Ләкин ул бөтөнләй икенсе мәсьәлә һәм уның беҙ яҙған, һеҙ уҡыған мәҡәләгә мөнәсәбәте юҡ һымаҡ.
Ф. Ильясова
Фото: интернет
Читайте нас: