Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Август 2020, 12:09

Һыйыр алыуға аҡса – ярҙамдың бер төрө генә

Республикабыҙҙа ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә, яңғыҙ йәшәгән граждандарға социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам күрһәтелә. Был сара бигерәк тә пандемия шарттарында килемһеҙ ҡалыусыларҙың, байтаҡ ғаиләләрҙең тотороҡло хәлен һаҡлап ҡалырға ярҙам итте.

Республикабыҙҙа ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә, яңғыҙ йәшәгән граждандарға социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам күрһәтелә. Был сара бигерәк тә пандемия шарттарында килемһеҙ ҡалыусыларҙың, байтаҡ ғаиләләрҙең тотороҡло хәлен һаҡлап ҡалырға ярҙам итте.
«Ғаилә» көньяҡ район-ара үҙәгенең етәксеһе Айгөл Фәйзуллина әйтеүенсә, 2020 йылдың май айынан августҡа тиклем ауыр тормош шарттарынан сығыуға 33 контракт төҙөлгән. Шул уҡ ваҡытта эш эҙләү буйынса туғыҙ кешегә ярҙам күрһәтелгән.
- Аңлатып әйткәндә, социаль контракт – граждан менән халыҡҡа ярҙам күрһәтеүсе республика үҙәге араһында төҙөлгән килешеү. Ул, үҙ сиратында, социаль адаптация программаһында ҡаралған сараларҙы тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Был ярҙамды шәхси хужалыҡ алып барыу (авт.эре мөгөҙлө мал, ҡош-ҡорт, йорт ҡуяны һатып алыу), эшкә урынлашыу маҡсатында мәшғүллек үҙәгенең юлламаһы буйынса һөнәргә уҡыу, ғаиләнең килеме түбән булған осраҡта ауыр шарттарҙан сығыу өсөн файҙаланырға була, - ти Айгөл Абдулхай ҡыҙы.
Адреслы ярҙамды күп балалы йәки тулы булмаған (йә әсәһе, йә атаһы яңғыҙ тәрбиәләгән) ғаиләләр алыу хоҡуғына эйә. Балаһы инвалид булған йә опекаға
(попечителлеккә) алынған ғаиләләр ҙә ошо уҡ сарала ҡатнашаусылар рәтендә. Был ярҙамға шулай уҡ балалар тәрбиәләүсе инвалид ата-әсәләр (береһе йә икеһе лә), яңғыҙ йәшәүсе 18-ҙән 60 йәшкә тиклемге ир-егеттәр һәм 18-55 йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар дәғүә итә ала. Быйылдан ауыр тормош шарттарында ҡалғандарға социаль контракт нигеҙендә аҡсалата түләүҙәр бүленә. Дәүләт ярҙамы кәрәкле кейем-һалым, йорт йыһаздары, һауыт-һаба һәм башҡа әйберҙәр һатып алыу өсөн тотонолорға тейеш.
Ошо көндәрҙә Әхмәр ауылында тап шундай ярҙам алыусы ғаилә менән танышырға тура килде. Айгөл Ғимазетдинова яңғыҙы ике ҡыҙ үҫтерә. «Пицца-маркет» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә кассир булып эшләгән ҡатын пандемия осоронда ауыр шарттарҙа ҡалған, эшкә әле генә саҡырмаҫтар.
- Мал алыр өсөн адреслы ярҙам күрһәтелеүе тураһында электән үк ишетә йөрөнөм. «Ғаилә» үҙәгенә мөрөжәғәт итеп, быйылдан аҡсалата түләү барлығы тураһында ишеткәс, ҡыуанысымдың сиге булманы. Тәүҙә 10434 һум күләмендә ярҙам өс ай дауамында түләнергә тейеш ине. Пандемия шарттарында ул 6 айға тиклем оҙайтылды, - тип уртаҡлашты яҡташыбыҙ. - Дәүләт бүлгән аҡса өйөбөҙгә ремонттан һуң иң кәрәкле әйберҙәр алырға ярҙам итте. Иң тәүҙә электр үткәргестәр, газ
плитаһы, ишектәр һатып алдым. Киләһе айҙарға балаларға кейемдәр, иҙәнгә түшәргә фанера һәм башҡа кәрәкяраҡтар планлаштырғанмын. Һатып алған әйберҙәр буйынса отчет кеүек нәмә лә бар, чектарын йыяһың. Ярҙам булғас, тын алып ҡалдыҡ.
Әйтергә кәрәк, адреслы ярҙам бер тапҡыр күрһәтелә торған сара. Барлыҡ һорауҙар буйынса Гагарин урамы, 1-се йорт адресы буйынса урынлашҡан Күп функциялы үҙәккә килергә кәңәш ителә. Документтар буйынса белешмәне 2-21- 12, 2-25-19, 4-18-84 телефон номерҙары аша алырға була.
Фото: автор
Читайте нас: