Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Август 2020, 15:06

Ишембайҙан бер ус тупраҡ

Илебеҙҙә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында вафат булғандарҙың батырлығын мәңгеләштереү буйынса саралар дауам итә. Шаршамбы көн Ишембайҙа ла ошо маҡсатта иҫтәлекле сара үтте. Һуғыш осоронда ҡалабыҙҙа эшләп килгән 2606-сы эвакуация госпиталендә ауыр тән яраларынан вафат булған Совет армияһы хәрбиҙәренең туғандар ҡәберлеге һәйкәлендә тантаналы митинг ойошторолдо.

Бөйөк Ватан һуғышы илебеҙ тарихында иң шанлы һәм данлы осорҙарҙың береһе булып мәңгелеккә урын алған. Атабабаларыбыҙ фашизмды тар-мар итеп, беҙгә тыныс илдә йәшәү бәхетен бүләк итте. Был хәрби-илһөйәрлек акцияһы барышында Ватанды һаҡлаусыларҙың ҡәберлектәренән бер ус тупраҡ махсус капсулаға һалынды, ул РФ Ҡораллы Көстәренең төп сиркәүенең тарихи-мемориаль комплексында урын аласаҡ.
Тәүге һүҙҙе Ишембай муниципаль районы Советы рәйесе Олег Агафонов алды.
- Бөгөн беҙ туғандар ҡәберлегендә ерләнгән ҡыҙыл армеецтарҙы иҫкә алабыҙ. Бөйөк Ватан һуғышы йылдары алыҫайһа ла, ул килтергән яралар онотолмай. Беҙ фашизмдан азатлыҡ һуғышында ҡатнашыусылар алдында баш эйәбеҙ, фронтта һәм ауыр тыл һынауҙарында сыҙамлыҡ һәм рух ныҡлығы күрһәткән еңеүсе быуынға мәңге бурыслыбыҙ, - тине Олег Михайлович.
Афған һуғышын үтеп, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм хәрби ҡаҙаныштары өсөн миҙалдар менән наградланған Илдус Хөбөтдинов әйтеүенсә, был бер ус тупраҡ Мәскәүҙәге тарихи-мемориаль комплексты тулыландырасаҡ. Тулҡынландырғыс мәл “Юнармия” хәрәкәте йәштәре хәтерендә лә бик оҙаҡ һаҡланыр тип ышана ул.
Йәш армеецтар һәйкәл янынан бер ус ерҙе Ишембай гербы төшөрөлгән янсыҡҡа һалды һәм уны муниципаль райондың хәрби комиссары вазифаһын башҡарыусы Александр Серковҡа тапшырҙы.
- Еңеү ялҡыны бөгөн дә беҙҙе яңы бейеклектәргә әйҙәй, рухыбыҙҙы нығыта, ауырлыҡтарҙы еңеп, алға барырға саҡыра. Яугирҙарыбыҙ һуңғы төйәк тапҡан Ишембай еренән тупраҡ Мәскәүҙә һаҡланыр, тыуған еренән ситтә йәшәгән һәр яҡташыбыҙ баш ҡалала булғанда уның эргәһендә баш эйә аласаҡ”, - тине Александр Валентинович.
Фото: автор
Читайте нас: