Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Август 2020, 13:05

Юл йөрөүе күңеллерәк

Быйыл йәй Ишембай юлдарын төҙөкләндереү буйынса эштәр рулдәгеләрҙе лә, йәйәүлеләрҙе лә һөйөндөрҙө.

Быйыл йәй Ишембай юлдарын төҙөкләндереү буйынса эштәр рулдәгеләрҙе лә, йәйәүлеләрҙе лә һөйөндөрҙө.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдар” милли проектына таянып капиталь ремонтланған юлдар күләме, ысынлап та, тос. ҠаланыңТөньяҡ (15-се мәктәптән алып Ишембайға ингән саҡта стелаға тиклем), Горький (Революция урамынан алып Тәйрүк йылғаһы аша күпергә тиклем), Жуков (Ағиҙел йылғаһы аша күперҙән алып Стахановсылар урамына тиклем), Тыныслыҡ (Стахановсылар урамынан алып Урал урамына тиклем), Тракт (Иҫке Ишембайҙа), Б. Хмельницкий (Бульвар урамынан алып Машина эшләүселәр урамына тиклем), Жуковский (Перегонныйҙа), Геология (Чкалов урамынан алып Совет урамына тиклем), Р.Зорге (Смаҡайҙа), Пролетар урамдарындағы юл участкаларында яңы асфальт ҡатламы һалыу ҡала төҫөн үҙгәртте тип әйтә алабыҙ. Был соҡорҙарҙы ямау түгел, ә заманса техник нормативтарҙы тотоп башҡарылған ағымдағы ремонт һөҙөмтәһе.
- Тәүҙә подряд ойошмалар хеҙмәткәрҙәре юл ҡатламын фрезерланы, һуңынан уны тигеҙләп, битум һалғас ҡына һуңғы ҡатламы түшәлде, - тип аңлатты ҡала биләмәһе хакимиәтенең төҙөкләндереү бүлеге баш белгесе Артур Заһиҙуллин. – Эш сифатына талаптар бик юғары булды, уларҙы контролдә тоторға беҙгә Башҡортостандың юл экспертизаһы бойондороҡһоҙ үҙәге хеҙмәткәрҙәре ярҙам итте.
Улар яңы асфальт-бетон япмаһын уйып алып, бөтә талаптарға яуап биреүен һәм ҡабул итеү протоколына ҡул ҡуя алыуыбыҙҙы раҫланы. Артур Радик улы әйтеүенсә, ярылған бордюр таштары һәм башҡа ваҡ етешһеҙлектәрҙе подрядсылар (Ҡырмыҫҡалы юл-ремонт төҙөлөш идаралығы, “Уралбашстрой” һәм “Дорлайн” фирмалары) тиҙ арала бөтөрҙө. Әйткәндәй, капиталь ремонттың гарантия срогы биш йыл тәшкил итә. Быйыл “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә яңы асфальт-бетон ҡатламы Гагарин урамына ла түшәләсәк (Пролетар урамынан алып Ленин проспектына тиклем). Шулай уҡ Блохин урамынан Б. Хмельницикий урамына
тиклем, Гәрәев урамында (Перегонный), Крылов урамында (Некрасов урамынан алып Л. Толстой урамына тиклем), Стахановсылар урамының ике участкаһында (Бульвар урамынан алып Ленин проспектына тиклем һәм Йәштәр урамынан алып Мичурин урамына тиклем) юл япмаһы ремонтланасаҡ. Һуңғы арала редакцияға Йәштәр урамының насар торошо хаҡында күп һорауҙар килә. Артур Радик улы яҡын арала был проблеманың да хәл ителәсәген әйтте. 5 августа республика һәм муниципаль бюджет аҡсалары иҫәбенә бында Стахановсылар урамынан алып З. Вәлиди бульварына тиклемге юл участкаһына асфальт түшәү өсөн торг үткән. Һөҙөмтәлә подрядсы ойошма булараҡ “Башкиравтодор” акционер йәмғиәте билдәләнгән.Муниципаль контракт төҙөлөү менән ойошма Йәштәр урамында эш башларға әҙер.
Фото: Эльвира Әлмөхәмәтова.
Читайте нас: