Бындай изге хәбәрҙе Ишембай ҡалаһынан Александр Паршиков хәҙер бишенсегә ишетә. Дөрөҫөрәге, дүрт ул һәм бер ҡыҙ атайы ул. 12 август көнө ҡатыны Анастасия ҡалабыҙҙың бала табыу йортонда ике игеҙәк малай табып, ирен, бөтә туғандарын һөйөндөрҙө. Теләп алынған, көтөлгән сабыйҙар, бәхетле, оҙон ғүмерле булһындар!
Ошо изге теләктәребеҙҙе Анастасияның үҙен күреп еткерә алдыҡ. Бала табыу йорто мөдире Жанна Сәлишева, игеҙәктәр тыуыу ваҡиғаһы бөтөн коллектив өсөн ҙур ҡыуаныс, ҡаҙаныш булыуын әйтеп, ихлас ҡаршыланы. Ишек төбөнән үк ҡулдарҙы дезинфекциялап, битлек, махсус кейем кейеп икенсе ҡатҡа күтәрелдек. Бәпестәр тауышы, нурлы йөҙлө әсәләр...
- Баланы иҫән-һау донъяға ҡабул итеп алыуҙы берҙәм команда эше менән сағыштырырға мөмкин. Анастасияға ысын күңелдән һоҡландыҡ. Шул тиклем дә сабыр, аҡыллы әсәй, игеҙәктәрҙе ҡабул итеү яуаплылығын аңлап, беҙҙе, акушерҙарҙы күҙ ҡарашынан аңлап торҙо. Капиталь ремонттан һуң тәүге игеҙәктәребеҙ! – күпте күргән тәжрибәле табип Жанна Николаевна сабыйҙарҙың һау-сәләмәт, яҡшы тән ауырлығы менән тыуыуҙарына шатлығы менән уртаҡлашҡан арала палатаһынан Анастасия ла күренде. “Малайҙар йоҡлай, фотоға иркенләп төшөргә була!”
Шулай иттек тә. 2990 һәм 2640 грамм. Игеҙәктәр өсөн баһадирҙар тиергә була малайҙарҙы, күҙ теймәһен! Ғаилә, әйтеүебеҙсә, Ишембайҙа йәшәй. Александр вахта ысулы менән эшләп йөрөһә, Анастасия йорт хужабикәһе. Өйҙә 12 йәшлек Данил, алтыһы тулған Александр һәм дүрт йәшлек Ольга ҡустыларын түҙемһеҙләнеп көтә.
- Нәҫелдән, әлбиттә. Ирем үҙе игеҙәк һыңары. Тәүге скринингта уҡ игеҙәктәр буласағын белдек. Ҡурҡманым, еңел йөрөнөм. Ғаиләлә мөхәббәт, ышаныс булһа, бер бала етер, икенсеһе артыҡ булыр, тип фекер йөрөтмәйһеңдер ул. Һәм, әлбиттә, яуаплылыҡ, бергәләп тырышырға кәрәк икәнде аңлау, - ти әле ни бары утыҙ икеһе тулған Анастасия. Ире менән йәштәштәр, “самай” бала тәмен, ҡәҙерен “һә” тигәнсе үҫкәндәрен аңлаған саҡтары.
Хәҙер бында тәҙрәләр ҙә ишек асҡан һайын рамы менән килеп төшөргә тормай икән, тип тә көлдөрҙө Анастасия. Ә уға сағыштырыр урын бар. Бөтә балалары ла ошонда, Ишембай бала табыу йортонда донъяға килгән. Ольгаһын бынан дүрт йыл элек кенә.
- Уңайлы, яҡты, иркен, бөтә йыһаз, аппаратуралар яңы. Үҙеңде заманса дауалау учреждениеһында тип хис итәһең. Элекке һымаҡ түгел. Башҡа әсәйҙәр ҙә Ишембайҙан ситкә йөрөргә кәрәкмәгәненә һөйөнә. Туғандар йылы аш менән килеп етә һала, улар ҙа беҙ эргәлә булғаныбыҙ өсөн тыныс.
Табиптарға, бөтә персоналға рәхмәтлемен, биш балам өсөн дә.
Әсәнең һүҙенә тағы ни өҫтәйһең? Ваҡытында өйләнегеҙ, балалар үҫтерегеҙ, йәштәр. Ғаилә ырыҫығыҙҙы сикләмәгеҙ, бала бәхетен татығандан татығы килеп торһон.