Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Август 2020, 12:39

Яугирҙың туғандары табылмаҫмы икән?

Ишембай ҡалаһы һәм районы хәрби комиссариаты яу ҡырында ятып ҡалған 1907 йылғы ҡыҙылармеец Фәйзи Әхмәтовтың яҡындарын эҙләй. Тула өлкәһендә һалдаттың һөйәктәренә «Данлыҡлы» хәрби-тарихи клубының эҙәрмәндәр отряды юлыҡҡан.

Быйыл 26 июлдә өлкәнең Арсентьевск районы биләмәһендә Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһында хеҙмәт иткән (РККА) 34 яугирҙың һөлдәһе табыла. Һалдаттарҙың берәүһенең гвардия билдәһе һәм 69885 шәхси номеры менән «Батырлыҡ өсөн» миҙалы булған.
Рәсәйҙең Оборона министрлығы Үҙәк архивы белешмәһенә ярашлы, миҙал 1942 йылдың 18 ноябрендә ҡыҙылармеец Фәйзи Әхмәтовҡа тапшырылған. Уның Дүртөйлө районы Ивановск ауылында йәшәүе һәм хеҙмәткә 1942 йылдың 8 ғинуарында саҡырылыуы билдәле.
Әгәр ҙә Фәйзи Әхмәтовтың туғандары Ишембай районында йәшәгән булһа, уларға Урал урамы, 77 адресы буйынса урынлашҡан хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итергә кәңәш ителә. Яугирҙың ҡалдыҡтарын ерләү 2020 йылдың сентябрендә көтөлә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: